Ҡатын-ҡыҙ – усаҡ йылыһын һаҡлаусы, ирҙәр өсөн ышаныслы терәк. Улар үҫеп килгән быуында туған телгә, үҙ халҡының мәҙәниәтенә, йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләй. Нәҡ ошондай иң-иңдәр йыйылды ла инде бер сәхнәлә. Ҡатнашыусылар жюри һәм тамашасыларҙы үҙҙәренең һөйкөмлөлөгө, күп яҡлы таланты менән таң ҡалдырҙы. Улар барыһы ла сибәр, уңған һәм яуаплы, һәр береһе ынйы бөртөгө кеүек үҙенсәлекле.
Быйыл проект Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат һәм Өфө райондарынан 20 – 35 йәшлек 12 талантлы ҡатнашыусыны берләштерҙе. Улар араһында – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, тәрбиәсе, шәфҡәт туташы-анестезиолог, педагог һәм башҡалар.
Шәхси программала ауыл гүзәлдәре үҙҙәре менән таныштырҙы, йәшәгән төйәгенең тарихын видеопрезентация формаһында тәҡдим итте, заманса ауыл ҡыҙы стилендә сәхнәгә сыҡты, ҡулдан эшләнгән кейемдә дефиле ойошторолдо, сығыштарын ижади номерҙар менән байытты.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 30 июндә 26-се һанында уҡығыҙ.