Конкурстар
18 Апрель 2023, 06:10

Йәш инпекторҙар форумы

Өфөлә “Торатау” конгресс холында “Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары – хәрәкәттә” республика форумы уҙҙы, унда Мәсетле районы уҡыусылары ла ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш инпекторҙар форумыЙәш инпекторҙар форумы
Йәш инпекторҙар форумы

Сара “Үргә ос!” республика проекты нигеҙендә Рәсәйҙең Балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты һәм Мәғариф министрлығы, Өфөлә “Хәүефһеҙ хәрәкәт” федераль эксперт үҙәге булышлығында уҙҙы.
Форумда Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы полиция полковнигы Владимир Севастьянов, республиканың 63 муниципаль районынан 250-нән ашыу йәш хәрәкәт инспекторы ҡатнашты.
Билдәләп үтергә кәрәк, бөгөн Башҡортостан Республикаһының “Юл хәрәкәте йәш инспекторҙары” ике меңдән ашыу отрядтан тора, уларҙа 22 меңдән ашыу бала һәм үҫмер шөғөлләнә. Йәш инспекторҙарҙың эшмәкәрлеге юл мөхитендә үҙ-үҙеңде тотоу мәҙәниәтен формалаштырыуға йүнәлтелгән.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 14 апрелендәге  15-се һанында уҡығыҙ.

Автор: