Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Апрель 2023, 11:45

Алсылыу Дилмөхәмәтова – “Супер әсәй” фотоконкурсы еңеүсеһе

“Мәсетле тормошо” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Супер әсәй” фотоконкурсы иғлан ителгәйне. Онлайн-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Ләмәҙтамаҡ ауылынан Алсылыу Дилмөхәмәтова еңеүсе булды. Хәҙер ул 24 апрелгә тиклем барған республика конкурсында Мәсетле районы исеменән ҡатнаша.

Алсылыу Дилмөхәмәтова – “Супер әсәй” фотоконкурсы еңеүсеһе
Алсылыу Дилмөхәмәтова – “Супер әсәй” фотоконкурсы еңеүсеһе

Беҙҙең еңеүсе – Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Күп йылдар Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялда.
Алсылыу Дилмөхәмәтова (Хафизова) Һөләймән ауылында тыуған. Әсәһе Факиһа, атаһы Әүбәкерҙең алты улы араһында иркә генә үҫкән ҡыҙ була. Ләмәҙтамаҡ мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башланғыс класс факультетында уҡый.
Тормош иптәше Нәсим Дилмөхәмәтов менән өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Өсөһө лә юғары белемле. Өлкән улдары Нәзир – хәрби хәрәкәттәр ветераны, Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығында инженер. Уның ҡатыны Эльмира Оло Ыҡтамаҡ лицейында психолог булып эшләй. Икенсе улдары Камил – Салауат районында ҡотҡарыусы, ҡатыны Регина – Янғантау шифаханаһында мәҙәни ял ойоштороусы, бейеүсе. Кесе улдары Айсыуаҡ – Оло Ыҡтамаҡ ауылында инженер, ҡатыны Юлиә – үҙәк район дауаханаһында педиатр.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 апрелендәге  14е һанында уҡығыҙ.

Автор: