Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Март 2023, 09:10

Береһенән-береһе һылыу!

Район Мәҙәниәт һарайында “Мәсетле районының кескәй һылыуҡайы-2023” конкурсы финалы уҙҙы. Йәш ҡатнашыусы үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеү өсөн бер сәхнәлә осрашты.

Береһенән-береһе һылыу!
Береһенән-береһе һылыу!

Конкурс ике этапта утте. Һайлап алыу этабында 16 райондашыбыҙҙан һигеҙе финалға сыҡты. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов сәләмләне. Үҙ телмәрендә ул ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләне.
Жюри составына Йәштәр үҙәге директоры Алия Романова, Балалар сәнғәт мәктәбенең “Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Зарифйән Ғарипов, район Мәҙәниәт һарайының бейеү коллективы етәксеһе Зилиә Йосопова, “Әй” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Айнур Сафин инде. Жюри рәйесе – район Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов.
Йомғаҡлау этабында ҡыҙҙар үҙҙәренең тышҡы матурлығын күрһәтергә, үҙҙәре һәм тыуған иле тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләргә, милли кейемдә, ижади номер күрһәтергә, конкурс аҙағында матур күлдәктә сығыш яһарға тейеш ине. Һәр ҡатнашыусының сығышы алҡыштар менән оҙатылды. Туғандары, дуҫтары, яҡындары ҡыҙҙарға ярҙам йөҙөнән плакат һәм шарҙар тотоп килде.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 мартының  10ы һанында уҡығыҙ.

Автор: