Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Март 2023, 14:50

ҺАЙ, МЕНДӘРЕ ЛӘ МЕНДӘРЕ!

“Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсы дауам итә. Яҙҙың тәүге көнөндә, 1 мартта, Яңы Яуыш ауылында ошо конкурс нигеҙендә “Пар мендәрҙәр” байрамы уҙҙы.

ҺАЙ, МЕНДӘРЕ ЛӘ МЕНДӘРЕ!
ҺАЙ, МЕНДӘРЕ ЛӘ МЕНДӘРЕ!

Йола буйынса ҡунаҡтарҙы милли кейемдәрҙә Яңы Яуыш ауыл клубы үҙешмәкәр артистары сәк-сәк, ҡымыҙ, буҙа менән ҡаршы алды. Шунда уҡ ҡурайсылар коллективы башҡорт йырҙарын башҡарҙы.
Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне:
– Райондың “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеүсе Яңы Яуыш ауылы халҡының ошондай күркәм байрам үткәреүе айырыуса ҡыуаныслы. Шул тиклем матурлыҡты күреүемә бик шатмын. Мин һеҙгә конкурстың республика этабында ла еңеү теләйем! – тине ул.
Сарала Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин да ҡатнашты.
– Бындай матур, сағыу сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем һәм гүзәл заттарыбыҙҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым, – тине Марат Ғәлимйән улы.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 мартының  10ы һанында уҡығыҙ.

Автор: