Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Декабрь 2022, 11:45

Иғтибар үҙәгендә – тәбиғәт

2022 йылдың 18 ноябренән 12 декабренә тиклем Башҡортостан Экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты “Экология” милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында “Планетаны сүп-сарҙан һаҡла” һүрәттәр конкурсы иғлан итте.

Иғтибар үҙәгендә – тәбиғәт
Иғтибар үҙәгендә – тәбиғәт

Ижади бәйгелә Дыуан, Мәсетле, Сала-уат, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондарының 1-7 класс уҡыусылары ҡатнашты.
Ойоштороусылар 200-ҙән ашыу эште ҡараны. Иң яҡшыларҙы билдәләү өсөн Дыуан районы Балалар музыка мәктәбенең педагог-рәссамдары йәлеп ителде.
Еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булмай. Һүрәттәрҙә донъя балалар күҙлегенән – ысынбарлыҡта нисек булырға тейеш шулай – сағыла. Һәр ҡатнашыусының эше үҙенсәлекле, шуға күрә барыһы ла еңеүгә лайыҡ. Әммә конкурс булғас, был миссияны яҡшыраҡ башҡарған кемдер берәү айырым билдәләнергә лайыҡлы.

Һүрәттә: Гөлназ Сәбиғиәроваға (Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, эше)

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 16 декабрҙә 50е һанында уҡығыҙ.

Автор: