Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Ноябрь 2022, 14:20

Ҡомалаҡ байрамы

Яңы Яуыш ауыл мәҙәниәт йортонда “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсының муниципаль этабына арналған “Ҡомалаҡ икмәге – табын ҡояшы” фольклор байрамы уҙҙы.

Ҡомалаҡ байрамы
Ҡомалаҡ байрамы

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәтенең халыҡ менән эшләү һәм йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Илнур Вәлиев, Яңы Яуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин сәләмләне.
Алып барыусылар Гөлфирә Хәлилова һәм Регина Әхмәтйәнова байрам тарихына байҡау яһаны, ҡомалаҡтан икмәк бешереү тураһында һөйләне. 20-се быуат башына тиклем бөтә икмәк-ҡалас ризыҡтары ҡомалаҡлы әсеткеләрҙә бешерелгән. Августың бер көнөндә икмәккә лә, күмәскә лә, шәңкәгә лә, ҡоймаҡҡа ла бер йылға етәрлек шифалы үҫемлек запасы булһын өсөн ҡомалаҡ әҙерләнә. Ҡомалаҡ тубырсығы сағыу йәшелдән һарғылт-йәшелгә әйләнгәс, ҡомалаҡ йыйыу ваҡыты етә.
Үҙешмәкәр сәнғәт артистары икмәк тураһында шиғырҙар һөйләне, мәҡәлдәр әйтте, йырҙар һәм таҡмаҡтар башҡарҙы.
Ябай ҡомалаҡтың файҙалы үҙенсәлектәре тураһында Тәнзилә Ғәйнетдинова һөйләне. Әсеткенең нигеҙе булған ҡомалаҡ тубырсыҡтарын элек-электән үт ҡыуыу, йоҡлатыу, тынысландырыу, шешеүгә ҡаршы, аппетитты асыу сараһы итеп ҡулланғандар. Ҡомалаҡ сәләмәтләндереү өсөн генә ҡулланылмай, шулай уҡ унан бешкән икмәк яҡшы ҡулланыу үҙенсәлектәренә лә эйә. Был бик туҡлыҡлы, ҡабарынҡы, тәмле һәм шул уҡ ваҡытта еңел продукт. Өҫтәүенә, ул оҙаҡ һаҡлағанда ҡатмай, үҙенең тәм сифаттарын юғалтмай. Әминә Абдрахманова ҡомалаҡтан әсетке эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Байрамда Һөләймән, Ләмәҙтамаҡ, Йонос, Яңы Мишәр, Тайыш, Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәр клубтары хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
Сарала ҡомалаҡта бешерелгән икмәк-ҡалас изделиелары конкурс-күргәҙмәһе ойошторолдо. Ассортимент төрлө булғанлыҡтан, жюри ағзаларына еңеүселәрҙе һайлауы ҡыйынға тура килде. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, урындар түбәндәгесә билдәләнде.
Шәхси беренселектә иң тәмле икмәк-ҡалас изделиеһы Юлиана Кузнецовала булды (Аҙанғол ауылы), икенсе урынды Зәлифә Ғәлимова алды (Тайыш ауылы), өсөнсөлә – Эльвира Ибраһимова (Иҫке Мишәр ауылы).
Коллективтар араһында почетлы беренсе урынды – “Ауылым ынйылары” Яңы Мишәр фольклор коллективы, икенсе урынды – “Ауылым биҙәктәре” Һөләймән фольклор коллективы, өсөнсө урынды Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе кулинарҙар коллективы оҫталары яуланы.
Альбина ЗАРИПОВА.

Автор:Лариса Михалькова