– Беҙҙә бик татыу, әүҙем, эшсән кешеләр йәшәй, барыһының да баҡсаһы бар, күптәре мал, ҡош-ҡорт аҫрай, – тип һөйләй Ҡорғат ауыл биләмәһе башлығы Илфат Мәүликәйев. – Беҙ бында ҙур ғаилә кеүек йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙербеҙ.
Урындағы мәсет янындағы биләмәне төҙөкләндереү быға асыҡ миҫал булып тора. Был эште үҙ тыуған төйәге хаҡында һәр саҡ хәстәрлек күргән Рәйфә Ғиниәтуллина ойоштора. Уның ярҙамында ауыл халҡы кәрәкле күләмдә аҡса йыйып ике көн эсендә биләмәне кәртәләп алған. Шулай уҡ улар шишмәне таҙартып, тәртипкә килтергән. Быларҙың барыһы ла уларҙың берҙәмлеге, ауылды матурайтыу теләге һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Элек-электән ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары өмәгә йыйылған, унда ҡул эше менән булғандар, йырлағандар, аралашҡандар. Әле лә ҡорғаттар ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмай. Мәҫәлән, күптән түгел ауыл ҡатын-ҡыҙҙары бергәләп билмән эшләргә йыйылды. Һуңғараҡ ҡаҙ йолҡтолар.
Шулай уҡ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итер алдынан Ҡорғат мәктәбендә ауыл хакимиәте һәм китапхана “Беҙ берҙәм саҡта – беҙ еңелмәҫ” тигән квест-уйын ойошторҙо. Балалар – илдең киләсәге. Шуға күрә уларҙа илһөйәрлек, Ватан тарихына, мәҙәниәтенә һәм йолаларына ҡарата ихтирам тойғоһон бәләкәйҙән тәрбиәләргә кәрәк.
“Айыҡ ауыл” конкурсы дауам итә.
Ләйсән АБЗАНОВА
әҙерләне.