Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Ноябрь 2022, 10:15

Әләгәҙҙәрҙең ниәттәре яҡшы

Әләгәҙ ауылында уңған, тырыш халыҡ йәшәй. Һәр ғаилә баҡса тота, күптәре малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә. Ә сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш бала саҡтан булдырыла. Әйтәйек, ошо көндәрҙә мәктәп йәшендәге балалар өсөн моделле китапханала “Алкоголгә – юҡ!” тренингы үткәрелде.

Әләгәҙҙәрҙең ниәттәре яҡшы
Әләгәҙҙәрҙең ниәттәре яҡшы

Сара барышында спиртлы эсемлектәрҙең кеше организмына зарарлы тәьҫире тураһында һөйләнеләр һәм уҡыусыларҙың был хаҡта фекерҙәрен һораштылар. Кисә аҙағында балалар алкоголгә ҡаршы реклама төшөрҙө.
Беренсе синыф уҡыусылары уҡытыусылары Эльмира Зәләева менән саф һауала хәрәкәтле уйындар уйнаны. Балалар яҡшы тәьҫораттар менән күтәренке кәйефтә таралышты.
Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында шулай уҡ “Ғаилә һандығы” тип исемләнгән квест ойошторолдо. Сарала дүрт команда ҡатнашты. Улар һәр береһендә айырым күрһәтмәләр бирелгән алты станцияла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән эштәрҙе башҡарҙы: үҙҙәренең гербын уйлап сығарҙы, ғаилә портретын төшөрҙө, йомаҡ, кроссворд систе, йырҙар-ҙың исемдәрен әйтте.
Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн ауыл мәсетендә ҡорбан салынды. Сара намаҙҙан башланды, артабан ауыл халҡы йыйған аҡсаға һатып алынған ҡорбан һарығынан аш әҙерләнде. Оло өҫтәл артында хәҙрәт Изге Ҡөрьән аяттарын уҡыны, барыһына ла һаулыҡ, именлек теләне, изге эштәргә саҡырҙы. Имам-хатип Аллаһы Тәғәләнән хәрбиҙәргә ныҡлы һаулыҡ бүләк итеүен, уларҙың юлын еңеләйтеүен, имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын һорап доға уҡыны.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә Әләгәҙ ауылы халҡы күләмле өмә үткәрҙе. Зыяратта ауған ағас һәм ботаҡтарҙы алып, туғандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова