Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев – башҡорт шағиры һәм драматургы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, тиҫтәләрсә шиғри йыйынтыҡтар авторы. Ул уҡыусыларға кешелек тормошоноң рухилығы һәм тәбиғәттең матурлығы тураһында изге, күңелгә үтеп ингән шиғырҙар ҡалдырҙы. Уның күп кенә шиғырҙарына йырҙар һалынған. Шағирҙы халыҡ ярата, ә уның йырҙары башҡорт, татар, рус эстрадаһының билдәле башҡарыусылары репертуарына ингән. Әнғәм Атнабаевтың ижады һәр кемгә яҡын һәм аңлайышлы. Халыҡ шағирының шиғриәтендә нескә юмор ҙа, фәлсәфәүи аҡыл да сағыла.
Конкурста 7 йәштән 79 йәшкәсә шиғриәт һөйөүсе 19 ҡатнашыусы сығыш яһаны. Тыңлаусылар иғтибарына шағирҙың шиғырҙары һәм поэмаларынан өҙөктәр тәҡдим ителде. Конкурста ҡатнашыусылар әҙәби әҫәрҙәрҙе тәрән аңлауҙарын, художестволы зауыҡ һәм актерлыҡ оҫталығын күрһәтте.
7 – 10 йәш номинацияһында еңеүселәр:
1-се урын – Айгүзәл Абдрахманова (Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы);
2-се урын – Эвелина Ғәйнетдинова (Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы);
3-сө урын – Альмир Зарипов (Тайыш мәктәбе уҡыусыһы).
11 – 17 йәш номинацияһында:
1-се урын – Софья Ярушина (Түбәнге Бобин мәктәбе уҡыусыһы);
2-се урын – Руслан Сибәғәтов (Түбәнге Бобин мәктәбе уҡыусыһы);
3-сө урын – Ралина Мөхәмәтова (Әбдрәхим мәктәбе уҡыусыһы).
18 йәштән өлкәнерәктәр номинацияһында:
1-се урын – Лена Фазылова (60 йәш, Йыланыш ауылы);
2-се урын – Зәлифә Ғәлимова (79 йәш, Тайыш ауылы);
3-сө урын – Дания Ҡәйүмова (62 йәш, Яңы Мөслим ауылы).
Сараны Венера Шәйхисламова менән Гүзәл Хәйретдинова алып барҙы. Һуңынан жюри ағзаһы Энгельс Ғәлиәкбәров шиғырҙарҙы тасуири һөйләү һәм дөрөҫ интонация һайлау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Билдәле шағирҙың ижады бөгөн дә халыҡ күңелендә йәшәй һәм балалар телендә лә, ололар телендә лә бер төрлө матур, мәғәнәле, заманса яңғырай.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.