Йылдан-йыл ҙур популярлыҡ ала барған был конкурста ҡатнашыу өсөн быйыл Мәсетле районының 25 ауылы, шул иҫәптән Яңы Яуыш ауыл биләмәһе лә заявка биргән. Ошо көндәрҙә бында “Айыҡ ауыл” конкурсы нигеҙендә Атайҙар көнөнә арналған сара үтте.
Байрам балалар эштәре күргәҙмәһенән, иң әүҙем атайҙарҙы ҡотлауҙан һәм бүләкләүҙән, концерт номерҙарынан башланды. Сара ҡунаҡтарын Яңы Яуыш ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов, район Советы депутаты Юрис Латыпов һәм мәктәп директоры Гөлнара Абдрахманова сәләмләне.
Артабан барыһы ла спорт залына юлланды һәм өс команда араһында ҡыҙыу ярыш башланды. Ике команда составына атайҙар инһә, өсөнсө команда улдарҙы берләштерҙе. Физкультура уҡытыусыһы Динат Абдрахманов улар өсөн етеҙлеккә, тапҡырлыҡҡа төрлө ярыштар, интеллектуаль эштәр әҙерләгән.
Тамашасылар – ғаилә ағзалары, уҡыусылар, уҡытыусылар – бәйгеселәрҙе дәррәү дәртләндереп торҙо.
Ярышта улдар командаһы еңеүсе булды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа Яңы Яуыш ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов ҡулынан бүләктәр алды.
Белешмә: Яңы Яуыш ауыл биләмәһенә ике ауыл – Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәр инә. Уларҙа 880 кеше, шул иҫәптән 160 пенсионер, 18 йәшкә тиклемге 224 бала, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны, ике тыл ветераны йәшәй. Был кешеләр эшкә һәләтлелеге, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, ҡунаҡсыллығы менән айырылып тора.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.