Бына йәнә “Айыҡ ауыл” конкурсына старт бирелде һәм Мәсетле районының ауыл биләмәләре был юлы ла унда ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар иҫәбендә – Ҡотош һәм Ләмәҙтамаҡ ауылдары. Сентябрь аҙағында граждандар йыйылышы булып, халыҡ үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙе һәм бер нисә сара үткәрергә ҡарар итте. “Айыҡ ауыл-2022” конкурсы нигеҙендә эш планы ҡаралды.
Был ауылдарҙа йәшәүселәр үҫеп килгән быуындың киләсәгенә битараф түгел. Бигерәк тә улар эскелеккә ҡаршы. Балиғ булмағандар араһында алкоголь ҡулланыуҙы иҫкәртеү маҡсатында фельдшер Лариса Байрамғолова Ләмәҙтамаҡ ауылы клубында уҡыусылар менән “Балалар һәм үҫмерҙәр алкоголизмы” темаһына әңгәмә үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар плакат, брошюралар менән танышты. Һөйләшеү “Алкоголь модала түгел”, “Беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы” темаларына әңгәмә менән тамамланды.
Сара нигеҙендә халыҡ “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылды. Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ мәктәбе, ауыл советы, клуб хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Ҡотош һәм Ләмәҙтамаҡ ауылдары халҡы ағас ултыртырға сыҡты.
Ҡотош ауылы мәсет биләмәһендә төҙөкләндереү буйынса өмә ойошторолдо. Унда ҡатын-ҡыҙҙар ҡоймаларҙы буятты, ә ир-егеттәр ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләргә ярҙам итте.
Эльзида УСМАНОВА.
* * *
Абдуллалар “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсының муниципаль этабына ҡушылды.
Ауыл халҡы сентябрҙә йыйылышта быға бер тауыштан ризалыҡ бирҙе. Әйтергә кәрәк, Абдулла ауыл биләмәһе районда иң төҙөкләндерелгәндәрҙең береһе булып һанала. Бында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу реформаһы тулыһынса тормошҡа ашырылған: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 23 майҙансыҡ, ҙур габаритлы ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн ике майҙансыҡ төҙөлгән, 46 контейнер һатып алынған һәм ҡуйылған. Ауыл советы биләмәһендәге элекке сүплектәр тулыһынса юҡ ителгән.
Ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашҡанда халыҡтың дәррәү һәм күп булыуы менән айырылып тора, аҡсалата эквивалентта һәр кешегә 3000 һум самаһы тура килә.
Ауыл хакимиәтенең эше халыҡ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүгә ҡорола. Халыҡ йәмәғәт эшенә теләп ҡушыла, ярҙам итергә әҙер, күптәр үҙҙәре лә ауылды төҙөкләндереүҙә ҡатнаша, инициатива күрһәтә. Мәҫәлән, улар булышлығында Абдулла ауылында мәсет һәм янғын депоһы төҙөлгән, Ключевой ауылында шишмә төҙөкләндерелгән. Өмәләрҙә лә халыҡ әүҙемлек күрһәтә. Былар барыһы ла халыҡтың берҙәмлеге һәм дөйөм маҡсаттары тураһында һөйләй.
Абдулла ауылы халҡы “Айыҡ ауыл-2022” конкурсының муниципаль этабы нигеҙендә сараларҙы ла шундай уҡ юғары кәйеф менән тормошҡа ашыра башланы.
Торама пункттарҙың тышҡы торошо был ауыл халҡы өсөн һәр ваҡыт өҫтөн булды һәм булып ҡала. Был юлы ла ауыл биләмәһендә тәүҙә төҙөкләндереү эшенә тотондолар. Халыҡ ике парк биләмәһендә өмә ойошторҙо, ҡоймаларҙы буяны.
Сәләмәт ғәҙәттәрҙе һайлау – тормошҡа һөйөү ул. Һәм был ауылда ул төрлө аспекттарҙа сағыла. Шуларҙың береһе – оло йәштәге кешеләргә ихтирам күрһәтеү. Был йәһәттән яңы ғына Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан абдуллалар өлкән йәштәгеләргә ҙур хөрмәт күрһәтеп, ололап, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп уҡыу-сылары ҡатнашлығында концерт ойошторҙолар.
Әүҙем спорт төрҙәре менән даими шөғөлләнгәндә сәләмәтлек өсөн фай-ҙалы ғәҙәттәр барлыҡҡа килә. Улар-ҙың береһе – күп мәсетлеләр яратып өлгөргән скандинав йөрөүе. “Скандинав йөрөүе – яңы йәшәү рәүеше” проекты нигеҙендә абдуллалар скандинав таяҡтары менән йөрөү буйынса сара үткәрҙе. Уларҙың күптәре был спорт төрө менән оҙаҡ ваҡыт шөғөлләнә һәм үҙ тәжрибәһенә эйә. Улар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе һәм яңы ҡушылғандарҙы ошо спорт төрөнә өйрәтте, уңайлы маршруттар күрһәтте.
Ватаныбыҙ улдарын илде һаҡлауға саҡырған еңел булмаған осорҙа Абдулла ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы. Сентябрь аҙағында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә уҙған референдумдарҙы яҡлап, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” митинг-концерты уҙҙы. Ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Носратуллин, ветерандар советы рәйесе Рәфҡәт Лоҡманов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәниә Раянова, тамашасыларға мөрәжәғәт итеп, ошо биләмәләрҙә тыныслыҡ һәм тәртип тергеҙелеүенә ышаныс белдерҙе. Район Мәҙәниәт һарайы, Абдулла клубы артистары һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Ауыл халҡы әлеге ваҡытта Украинала махсус хәрби операция үткәреү зонаһында булған яугирҙар хаҡында хәстәрлек күрә һәм йөн ойоҡбаштар йыйыуҙа ҡатнаша. Мәктәп уҡыусылары Ватанды һаҡлаусыларға рәхмәт белдереп, уларҙың рухтарын күтәрер өсөн хаттар яҙа, һүрәттәр төшөрөп ебәрә.
Шулай уҡ абдуллалар гуманитар ярҙам йыйыуға ла үҙ өлөшөн индерҙе. Ярҙамды Елань һәм Ҡазан ҡалаларында хәрби әҙерлек үткән яугирҙарға оҙатты. Улар йылы кейем, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары йый-ған.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.