Айырыуса ауыл ере өсөн алкоголизм мәсьәләһе – көнүҙәк. Бында хеҙмәт итеү теләгенең, ергә, тыуған төйәккә хөрмәт тойғоһоноң, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙең юғалыуы бигерәк тә хәүеф тыуҙыра.
“Айыҡ ауыл” проектының маҡсаты рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, шулай уҡ ауыл халҡын милли йолаларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнгән йәмғиәт өсөн файҙалы саралар тирәләй берләштереү юлы менән ауыл халҡы араһында айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға һәм тергеҙеүгә ҡайтып ҡала.
“Айыҡ ауыл” конкурсын ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм республиканың башҡа ведомстволары. Был конкурста төбәктең күпселек ауылдары ҡатнаша. Алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы, тәмәке тартыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән эштәрҙән тыш, халыҡ мәҙәни, спорт, аң-белем таратыу сараларын да үткәрә. Тәүге тапҡыр ул 2011 йылда уҙғарылған.
2020 йылда уҡ конкурста 54 район, йәғни республика райондарының 100 проценты, 2114 ауыл (республика ауылдарының 47 проценты) ҡатнашты, ике мең спорт һәм күмәк кеше ҡатнашлығында саралар үткәрелде. 1000 ирекмән һәм 35000 активист йәлеп ителгән. Хәмер һатыуҙан баш тартҡан магазиндарҙың һаны 350-гә етте.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса конкурс 54 районда уҙҙы, уларҙа 1537 ауыл ҡатнашты (республика ауылдарының 34 проценты). Сарала ҡатнашыусылар һанының кәмеүе эпидемиологик хәлгә бәйле. Шул уҡ ваҡытта ике меңдән ашыу спорт һәм күмәк кеше ҡатнашлығында саралар үткәрелде, меңдән күберәк ирекмән һәм 37 мең активист йәлеп ителде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән 2020 йылдан бүләк фонды утыҙ тапҡырға – 1,4 миллиондан 40 миллион һумғаса артты.
Мәсетле районы ауыл биләмәләре конкурста әүҙем ҡатнаша. Былтыр 25 ауыл муниципаль этапта ҡатнашырға теләк белдерҙе. Уларҙың һәр ҡайһыһында төрлө саралар үткәрелде. Конкурста ҡатнашыусылар ауылдарҙа йәшәүселәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса эш алып барҙы, рейдтар үткәрҙе, кешеләрҙе алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙан, тәмәке тартыуҙан, наркотиктарға бәйлелектән азат итеүҙә ярҙам күрһәтте, спорт һәм мәҙәни саралар ойошторҙо. Волейбол, баскетбол, хоккей буйынса спорт турнирҙары, “Сәләмәт йәшәү – шәп” район фестивале, фольклор байрамдары, хоҡуҡ дәрестәре һәм башҡалар үткәрелде.
Һөҙөмтәлә беренсе урынды Яңы Мишәр ауылы яуланы һәм 30 мең һум күләмендә премия менән бүләкләнде. Икенсе урынға Һабанаҡ ауылы сыҡты һәм 20 мең һум күләмендә премия алдылар. 15 мең һумлыҡ сертификат менән өсөнсө урынға Буртаковка ауылы сыҡты. Тимербай ауылы “Иң дәртле ауыл” номинацияһында еңеүсе булды, ә Кесе Ыҡтамаҡ ауылы “Иң ижади ауыл” тип табылды. Уларға ете мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.
Муниципаль этапта еңгән Яңы Мишәр ауылы халҡы районыбыҙҙы республика кимәлендә күрһәтте. Бында ла улар һынатманы һәм призлы өсөнсө урын яулап, 2000000 һумлыҡ сертификат алды.
Һәм бына йәнә “Айыҡ ауыл-2022” конкурсына старт бирелде, тимәк, республика торама пункттарының йәнә айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүеше юлына баҫыу, бөтә төбәккә уңыштарҙы күрһәтеү һәм аҡсалата сертификат отоу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Уны ауылды төҙөкләндереүгә һәм уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтергә мөмкин.
“Айыҡ ауыл” – ул Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрендә йәшәүселәрҙең физик һәм рухи һаулығын тергеҙеүгә йүнәлтелгән, шул иҫәптән эскелекте иҫкәртеү юлы менән, айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсаты менән ойошторолған конкурс формаһындағы аңлатыу проекты.
Айыҡлыҡ көнө
Йыл һайын 11 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһында алкоголгә бәйлелек менән көрәш һәм айыҡ йәшәү рәүешен популярлаштырыу маҡсатында Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө уҙғарыла.
Алкоголизм проблемаһы хәҙерге йәмғиәттә үтә көнүҙәк булып тора. Эскелектең туғандарҙың, яҡындарҙың, дуҫтарҙың һәм таныштарҙың карьераһын, һаулығын ғына түгел, ә яҙмыштарын да емереү осраҡтары барыһына ла билдәле. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын 7-8 миллион кеше эскелектән вафат була, 700 мең самаһы Рәсәй гражданының иҫерткес эсемлектәр менән бәйле сәбәптәрҙән ғүмере өҙөлә. Рәсәйҙә ирҙәрҙең 30 проценты һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 15 процентының үлем осраҡтары спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға туранан-тура йәки ситләтеп бәйле. Алкоголде артыҡ ҡулланыу бауыр циррозынан үлеүҙең 68 процентын, панкреатиттан үлеүҙең 60 процентын, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеүҙең 23 процентын тәшкил итә. Ауыр енәйәттәрҙең 90 проценты, юл-транспорт ваҡиғаларының 60 проценты иҫерек килеш яһала.
Был көндө Йәштәр үҙәге белгестәре “Иғтибар – балалар!” акцияһы нигеҙендә Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалы “Йәш армеецтар” хәрби-патриотик клубы һәм Мәсетле районы буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Айыҡлыҡ витамины” иҫкәртеү акцияһын ойошторҙо. Акция барышында водителдәргә һәм уларҙың пассажирҙарына ни өсөн руль артына иҫерек килеш ултырырға ярамағанлығы тураһында мәғлүмәт еткерҙеләр һәм уларға “Мин руль артында эсмәйем” тип аталған стикерҙар менән әфлисун бүләк иттеләр.
Зарядкаға баҫ!
Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә арналған “Беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн” тип аталған иртәнге зарядка үтте.
Иртәнге зарядка – ул организмды йоҡо хәленән уяулыҡҡа күсереү өсөн иртәнге сәғәттәрҙә башҡарылған физик күнекмәләр комплексы. Был физик әүҙемлек төрө менән төрлө йәштәге кешеләр шөғөлләнә ала, шул уҡ ваҡытта ҡиммәтле тренажерҙар йәки спорт ҡорамалдары талап ителмәй. Йорт майҙанының бер квадрат метры, урамда йәки эштә, уңайлы кейем һәм әҙер булыуығыҙ ҙа етә. Күнекмәләрҙең файҙаһы бәхәсһеҙ: ул дөйөм үҫешкә, сәләмәтлектең нығыныуына булышлыҡ итә, быуындарҙың хәрәкәтсәнлеге, кәүҙә торошо, метаболизм яҡшыра. Кәйеф күтәренкелеге тура-һында әйтеп тораһы ла түгел!
Мәсетлеләр өсөн дәресте Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Тимур Бәҙретдинов үткәрҙе. Район хакимиәте, финанс идаралығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, редакция, үҙәк район китапханаһы, “Урал” телестудияһы хеҙмәткәрҙәре һәм Йәштәр үҙәге ағзалары, шулай уҡ “Ромашка” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре дәртле музыка аҫтында күнекмәләр эшләне.
Сәләмәт тормош юлына баҫҡанда зарядканы мотлаҡ көндәлек көн тәртибенә индерергә кәрәк.
Һандар
Рәсәй йән башына алкоголле эсемлектәр ҡулланыу күләме буйынса илдәр рейтингында бишенсе урынды биләй. Рәсәй иң күп эскән ил тигән стереотип раҫланмаған: был исемлектә беренсе урынды Литва биләй.
41 ил дәүләт кимәлендә магазиндарҙа ҡаты алкоголь һатыуҙы тыйҙы. Улар араһында Һиндостан, Исландия, Мысыр һәм Швеция бар.
Йыл һайын 2,5 миллион кеше спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ эсеү сәбәпле вафат була.
Араҡы – донъяла иң ныҡ таралған алкоголле эсемлек. Йыл һайын ул 5 миллиард литрҙан ашыу эселә.
Даими эскән кешенең ғүмер оҙонлоғо ныҡ ҡыҫҡара. Эскән кешеләр уртаса 10-15 йылға аҙыраҡ йәшәй. Алкоголь көслө күнегеп китеү тыуҙыра. Уны хатта бәләкәй дозала ҡулланыуҙың да бәйлелеккә килтереүе ихтимал.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.