Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Сентябрь 2022, 10:20

Тыуған ер тураһында хәстәрлек

Былтыр республикала “Атайсал” проекты эшләй башланы. Уның инициаторы – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Тыуған ер тураһында хәстәрлек
Тыуған ер тураһында хәстәрлек

Был портал ярҙамында теләге булған һәр кем тыуған төйәге өсөн бағыусы йәиһә меценат була ала. Бергәләп йәки һәр кем айырым күпмелер сумманы хәйриә ярҙамы итеп индереп, халыҡ стадион, клуб төҙөү йәиһә шишмә, парктарҙы төҙөкләндереү кеүек республика һәм ауыл өсөн мөһим бурыстар-ҙы хәл итә. Шулай уҡ сайтта һөҙөмтәләр менән уртаҡлашырға, башҡа кешеләр ҙә белһен өсөн отчет фотоларын һалырға мөмкин.
Проект Мәсетле районы халҡының тормошона ныҡлы үтеп инде. Бөгөн муниципалитет биләмәһендә “Атайсал” порталында 71 проект теркәлгән.
Быйыл Һөләймән ауылында мәсет төҙөлөшөн тамамлау (проекттың сумма-һы – 100 мең һум), мәсеттә йылы иҙән һалыу (90 мең һум), шулай уҡ мәсет һәм ауыл зыяратына эш ҡоралдары һатып алыу (3 мең һум) кеүек проекттар төҙөлдө.
Быйыл тормошҡа ашырылған проекттарға Әләгәҙ ауылында мәсет бинаһын яңыртыу (8 мең һум), Оло Ҡыҙылбай ауылында “Минең ауылым” байрамын (10 мең һум), Әләгәҙ (10 мең һум), Оло Ҡыҙылбай (11 мең һум), Ҡорғат (7 мең һум) ауылдарында “Һабантуй-2022” байрамын үткәреү, Оло Аҡа ауылында милли татар алъяпҡыстарын тегеү (25 мең һум), Оло Аҡа ауылына ингән ерҙә, шулай уҡ Еңеү паркында ауылдың 330 йыллығы уңайынан арт-объект булдырыу (75 мең һәм 45 мең һум), Ҡорғат ауылын төҙөкләндереү (20 мең һум), Ҡорғат ауылында Балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата байрам уҙғарыу (2 мең һум), Ләмәҙтамаҡ ауылында Баһауетдин Нуриманов бюсын ҡуйыу (50 мең һум) эштәре инә.
Һабанаҡ ауылында зыярат ҡоймаһын яңыртыу (45 мең һум), спортсылар өсөн туғыҙ комплект (8500 һум), спорт инвентары (11 мең һум) һатып алыу, балалар араһында мини-футбол буйынса турнир ойоштороу (4 мең һум), мәсет бинаһын ремонтлау (138 мең һум), иҙәнен тигеҙләү (6 мең һум) проекттары тормошҡа ашырылды.
Мәсетле районында һәр кем тыуған төйәген төҙөкләндереүҙә, яңыртыуҙа, уңайлы шарттар булдырыуҙа ярҙам күрһәтә ала. Бының өсөн порталда үҙ проектыңды теркәргә йәиһә быға тиклем булған башланғысҡа финанс ярҙамы күр-һәтергә, эш менән ярҙам итергә кәрәк.

Светлана СЕРГЕЕВА әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова