+17 °С
Болотло
Беҙҙең район исеменән сығыш яһаған Илһам Мөхәмәтшин 3-сө урын яуланы. Конкурс ике этапта уҙҙы: теория һәм практика. Уҡытыусыһы Эдуард Мөфлиханов йәш оҫтаға һәр төрлө ярҙам күрһәтте.
Илһам Мөхәмәтшин – Тимерәк ауылы егете. 2-се курста электромонтерға уҡып йөрөй. Бер юлы иретеп йәбештереүсе, водитель, тракторсы һөнәрҙәре буйынса өҫтәмә белем ала. Төркөмдөң старостаһы булып тора һәм студенттар тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уның спорт көрәше һәм гер спорты буйынса грамоталары бик күп. Илһам районда ғына түгел, унан ситтә лә ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай.
Диана АБДРАХМАНОВА.