Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Май 2022, 10:30

Диана Ли – Бөтә Рәсәй косметологтар чемпионаты финалсыһы

Өфөлә “Алтын киҫелеш” Бөтә Рәсәй косметологтар чемпионаты уҙҙы. Унда beauty-индустрияның иң яҡшы вәкилдәре төрлө махсус процедуралар үткәреп, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Диана Ли – Бөтә Рәсәй косметологтар чемпионаты финалсыһы
Диана Ли – Бөтә Рәсәй косметологтар чемпионаты финалсыһы

Был конкурс “Алтын һыуһар” махсус күргәҙмәһе сиктәрендә Матурлыҡ көндәре ваҡытында “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында йыл һайын үткәрелә. Ойоштороусыһы – Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ярҙамында “Өҫтәмә белем биреү медицина-гуманитар институты” автономлы коммерцияға ҡарамаған белем биреү учреждениеһы. Ете йыл дауамында был сараның генераль бағыусыһы булып PLEYANA косметик бренды сығыш яһай, ул косметологик процедуралар үткәреү өсөн профессиональ продукция тәҡдим итә.
Быйыл чемпионатта Мәскәү, Ҡазан, Сочи, Өфө, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Учалы ҡалалары һәм Мәсетле районынан косметологтар ҡатнашты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Престиж” салоны косметологы Диана Ли “Косметик-эстетист” квалификацияһы менән “Иң яҡшы косметолог” номинацияһында дүртенсе урынға лайыҡ булып, финалсы дипломы һәм сараның бағыусыһынан PLEYANA брендының ҡиммәтле бүләктәрен алды.
– Ошондай beauty-сараһында ҡатнашыу матурлыҡ индустрияһында эшләгән һәр белгес өсөн мөһим. Бында үҙ һөнәри кимәлеңде, белемеңде практикала күрһәтеү генә түгел, шулай уҡ коллегаларыңдан яңы нәмәгә өйрәнергә, файҙалы танышлыҡ булдырырға, ҙур тәжрибә тупларға, абруйыңды нығытырға һәм артабанғы үҫеш өсөн дәрт алырға мөмкин, – ти Диана.
Диана Ли Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, 2004 йылда Екатеринбург ҡалаһының медицина колледжына уҡырға инә. 2015 йылдан Ҡаҙағстан Республикаһы Астана ҡалаһында эстетик косметология өлкәһендә уҡый һәм эшләй. 2020 йылда тыуған яғына ҡайтып “Престиж” матурлыҡ салонында эшләүен дауам итә.
Диана заман менән бергә атлай, косметология өлкәһендәге яңы технологияларҙы даими өйрәнә, һәр төрлө уҡыуҙар үтә. Уҙған йылда ул Мәскәү ҡалаһы Крокус Сити Холл күргәҙмә майҙансығында уҙған INTERCHARM Халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашты. Бындай ҙур күләмдәге сара тәжрибә уртаҡлашыу, матурлыҡ салондары һәм клиникалар өсөн ҡорамал, профессиональ косметика өлкәһендәге яңылыҡтарҙы күҙәтеү маҡсатында үткәрелә.
Косметология өлкәһе – ул ҙур яуаплылыҡ, сөнки һәр косметолог үҙ эшендә иң яҡшы методика ҡулланып тирене йәшәртеү өҫтөндә эшләй, уның проблемалары менән көрәшә, уны тергеҙә. Ә эштәренең төп һөҙөмтәһе – бәхетле клиенттар.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова