Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Апрель 2022, 09:30

“Оскар” эйәләре

23 апрелдә Өфөлә “Химиктар” мәҙәниәт һарайының төп сәхнәһендә “Оскар-2022” – “Башҡортостан таланттары” XI Бөтә Рәсәй балалар ижады конкурс-фестивале уҙҙы.

“Оскар” эйәләре
“Оскар” эйәләре

Беҙҙең райондан ике коллектив сығыш яһаны. Улар – Альбина Закирова етәкселегендә “Миләш” балалар баҡсаһының “Күңелле гномдар” вокал-хореография студияһы һәм лицейҙың “Шат балалар” берләшмәһе (3 “а” класс).
Ике коллектив та уңышлы сығыш яһап, призлы урындар алды.
“Шат гномдар” – “Хореография – халыҡтың стилләштерелгән бейеүе” номинацияһында I дәрәжә лауреаты, ә “Шат балалар” “Хореография – эстрада бейеүе” номинацияһында II дәрәжә лауреат булды.
– Был иң һәләтле балалар слеты булды, унда бөтә Башҡортостан Республикаһы, шулай уҡ Татарстан һәм Силәбе өлкәһенән ижади коллективтар ҡатнашты, – тип уртаҡлашты яңылыҡтары менән Альбина Әшрәф ҡыҙы. – Беҙ ҙур ҡәнәғәтлек, ыңғай позитив һәм сағыу тәьҫораттар алдыҡ. Балаларҙы ойоштороуҙа балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Яубаширова һәм класс етәксеһе Рита Мәғәсүмова баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтте. “Миләш” балалар баҡсаһы педагогтары ла ҙур өлөш индерҙе. Ата-әсәләр бейеү өсөн костюм тегеүҙә, шулай уҡ балаларҙың Өфөгә килеүенә аҡсалата ярҙам күрһәтте, уларҙың күптәре конкурс дауамында балаларҙың янында булды. Конкурстарҙа ҡатнашыу мотлаҡ тип иҫәпләйем. Ул балаларҙы мәҙәни һәм эстетик яҡтан тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, уларҙың иң яҡшы сифаттарын аса. Балалар таныш булмаған мөхиттә бер-береһе менән аралашырға һәм үҙ-ара эш итергә өйрәнә. Бындай сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара аңлашыу мөхите хөкөм һөрә. Был бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ. Артабан да эшләйәсәкбеҙ, яңы еңеүҙәргә ынтыласаҡбыҙ.
Белешмә
“Күңелле балалар” берләшмәһенең балалар коллективы 2019 йылда ойошторолған, ә “Күңелле гномдар” вокал-хореография студияһы – 2021 йылда.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше – 7-10 йәш. Ике коллектив та район байрам сараларында даими сығыш яһай. Конкурс, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. 2022 йылда “Еҙ үксә” район конкурсы еңеүселәре булды.
Наталья РУСИНОВА.

“Оскар” эйәләре
“Оскар” эйәләре
Автор:Лариса Михалькова