Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Апрель 2022, 16:15

Ҡаһарман атайҙар, һеҙҙе көтәләр!

Башҡортостанда “Атайҙар ҡаһарманлығы” III республика йәмәғәт наградаһына конкурс иғлан ителде. 2020 йылда проекттың ойоштороусыһы булып Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы сығыш яһаны.

Ҡаһарман  атайҙар, һеҙҙе көтәләр!
Ҡаһарман атайҙар, һеҙҙе көтәләр!

Балаларын тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау өсөн шарттар тыуҙырған, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыуға өлөш индергән, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы танытыу, дәртләндереү өсөн әһәмиәткә эйә был конкурс.
“Атайҙар ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы менән түбәндәге талаптарға тап килгән ирҙәр бүләкләнә:
- Рәсәй Федерацияһы граждандары булғандар;
- Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими 5 йыл йәшәүселәр;
- балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләүселәр;
- шәхси ҡаҙаныштары йәки балаларҙың ҡаҙаныштарына бәйле (шул иҫәптән балаларҙың белем алыуы; балалар тарафынан үҙ ғаиләләрен булдырыу һәм уларҙың балалары тыуыуы (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыу); балаларҙың юғары етештереү, спорт, ижади һәм башҡа күрһәткестәргә өлгәшеүе; балаларҙың һәм (йәки) ата-әсәләрҙең батырлыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн дәүләт наградалары алыуы; башҡалар).
Наградлауға тәҡдим иткәндә Ватанды йәки уның мәнфәғәттәрен һаҡлағанда хәбәрһеҙ юғалған йәки һәләк булған, яраланыу, контузия, йәрәхәтләнеү йәки ауырыу һөҙөмтәһендә йәиһә хеҙмәттә имгәнеү, һөнәри сир һөҙөмтәһендә һәләк булған балалар иҫәпкә алына.
Конкурста ҡатнашыу өсөн материалдар 1 июлгә тиклем [email protected] электрон адресына “Атайҙар ҡаһарманлығы” билдәһе менән ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 280-82-36.

Автор:Лариса Михалькова