Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Апрель 2022, 11:45

Тормоштан илһам алып

Мәсетле районында әҙәбиәт һөйөүселәр конкурсы уҙҙы Үҙәк район китапханаһында “Илһам шишмәләре-2022” конкурсы уҙҙы. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналғайны.

Тормоштан илһам алып
Тормоштан илһам алып

Мәсетле районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев, йыл һайын үткәрелгән был конкурста мәсетлеләрҙең үҙҙәренең ижадын башҡаларға һөйләргә әҙер булыуҙары айырыуса ҡыуаныслы, тип билдәләне.
Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы директоры Светлана Ғәлимова әйтеүенсә, әлеге конкурста бер нисә йыл райондаштарын әҙәби әҫәрҙәре менән ҡыуандырған тәжрибәле шағирҙар һәм прозаиктар, шулай уҡ “Илһам шишмәләре”ндә үҙ көсөн һынаусы яңы ижади кешеләр ҙә ҡатнаша.
Яҙыусы һәм шағирә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлсирә Шафиҡова, район мәғариф бүлеге методисы Венера Шафиҡова һәм “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһының бүлек мөдире Нәркәс Хәлиуллина составындағы жюри ағзалары яҙылған текстың грамоталы биҙәлешен, йөкмәтке структураһын, башҡарыу техникаһын, телмәрҙе, ижади ҡарашты, артислыҡ һәләтен һәм әҫәрҙең тәрәнлеген баһаланы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса өлкәндәр араһында Лена Фазылова (Йыланыш ауылы) еңеүсе тип билдәләнде. Икенсе урын – Зәлифә Ғәлимовала (Тайыш ауылы). Өсөнсө урын проза әҫәрҙәре менән гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш Сажиҙә Фәйзрахмановаға бирелде (Әбдрәхим ауылы).
Мәктәп уҡыусылары араһында Наҙгөл Ниғәмәтуллина (Аҙанғол ауылы) еңеүсе дипломы менән бүләкләнде. Икенсе урынға Эмир Вәлиев лайыҡ булды (Яңы Мөслим ауылы). Өсөнсө урынды Гүзәлиә Шарапова (Башҡорт гимназияһы) яуланы.
Еңеүселәр һәм призерҙарға Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы, мәғариф бүлеге һәм “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһынан диплом, китап һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бөгөн конкурс эштәренең ҡайһы берҙәрен уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Ҡалғандары киләһе һандарҙа донъя күрәсәк.

Автор:Лариса Михалькова