Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Апрель 2022, 15:00

Футболистар

Көҙ ине. Сатлама һыуыҡ, боҙ-ямғырлы көн ине. Әҡбәрҙең урамға сығаһы, уйнағыһы килә. Тәҙрәгә ҡарап иптәштәрен көтә. Килмәҫтәрме икән тағын? Килмәҫтәр шул, үҙәккә үтерлек һалҡын яғанан алған. Малай йылы йәйҙәре менән уйын йәйләүҙәрен үлеп һағына.

Футболистар
Футболистар

Бына иген тулы баҫыуға килеп сығырҙар ҙа сикһеҙ киң аҡланға тап булырҙар. Унда уларға иркен.
Әҡбәр уйланып ята торғас, йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Бер заман, йоҡо аралаш, үҙен ҙур бер майҙансыҡта күрҙе. Ҡара әле, ҡояш та күтәрелгән, иләмһеҙ йылытҡан да инде. Ана, матур итеп, үҙәкте өҙөп ҡоштар ҙа һайрай.
Бер аҙҙан малай йәм-йәшел аҡланға килеп сыҡты. Сыҡты ла шаҡ ҡатты. Майҙансыҡ – йәшел келәм, а уны ҡыҙыҡтырып, нәҡ уртала бер туп тора. Туптың да ниндәйе генә әле?! Эх, ҡайҙа ғына йөрөй инде был Илһам? Әҡбәр янына килһә, ярамай инеме инде уға? Дуҫ имеш!
Әҡбәр нисек йоҡлап китһә, шулай уянып та китте, ләкин әлеге туп күңеленән китмәне. Ул, йыйынып, Илһамдарға табан атланы. Аяҡтар ниңәлер үҙенән-үҙе шунда тарта ине. Ишекте асып керә-кереүгә:
– Нишләп һаман тормаған-һың? Көн тыуған бит! – тип өндәште.
– Һалҡын бит, – тине тегеһе.
– Һалҡын булһа ни? Ҡатып үлмәҫһең әле. Әйҙә, тор, киттек.
Илһам тормайынса булдыра алманы. Торҙо ла, ҡалтырана-ҡалтырана, тура Әҡбәр артынан атланы.
Һалҡын булһа ла рәхәт ине тышта. Улар һөйләшә-һөйләшә оҙаҡ ҡына барҙы. Хыялландылар. Кем буласаҡтары тураһында маҡтаныштылар. Шул һopayға яуап эҙләнеләр.
Ауыл малайы ла, ҡала малайы ла был донъяла иң нығы нимәне ярата? “Шоколад” йәиһә “туңдырма”, тип әйтергә ашыҡмағыҙ. Малайҙар ҙа, йыш ҡына ҡыҙҙар ҙа уйнарға ярата. Уйындың да ниндәйе бит әле: йә – хоккей, йә – футбол! Бының өсөн бөтөн мөмкинлектәр ҙә тыуҙырылған: ҡалала стадиондар, төрлө клубтар булһа, ауылдар ҙа әллә ни ҡалышмай – һәр бер мәктәптә үҙеңә оҡшаған түңәрәкте һайларға була. Юҡ икән, ауыл янындағы теләһә ҡайһы урында футбол яланы яһарға мөмкин.
Беҙҙең Илһам да футболға ғашиҡ. Ул да бик күптәр кеүек футболға йөрөй икән. Атаҡлы футболсылар тураһында ул байтаҡ нимә уҡып белгән, уларҙың тормоштарын өйрәнгән. Йоҡо бүлмәһендәге стенала ла яратҡан уйынсыһы Криштиану Рональду, Пеле, Марадона рәсемдәре тора. Күн тышлы, биҙәкле тубы ла, футболсыларҙың махсус аяҡ кейеме – бутсыһы ла бар уның.
Әҡбәргә әйтерһең дә ҡанаттар үҫте: һулышы йышайҙы, күҙҙәрендә ут уйнаны, дәрт ҡабынды.
Әлегә ер өҫтө ҡалын ҡар менән ҡапланған. Шулай ҙа Илһам йәйҙе көтөп ятмай, дәрестәрен дә ҡарай, йорт тирәһендә ата-әсәһенә лә булыша. Күнегеүҙәргә килгәндә, уныһы изге эш – бер генә миҙгелдә лә ҡалдырғаны юҡ.
Бына күк күкрәүҙәре менән яҙ етер. Илһам Әҡбәр менән туғайҙағы футбол майҙансығын йыйыштырыр, ҡапҡаларын төҙәтерҙәр, зәп-зәңгәр төҫкә буяп та ҡуйырҙар... Ә аҙаҡ? Ә аҙаҡ ҡыш буйына һаҡланған, йомолоп ятҡан уйын дәрте ҡуҙғалып, бөтөн йөрәктәрҙе биләп алыр ҙа, барыһын да, барыһын да алға, еңеүҙәргә елкендерер.
Таң һыҙылып килә. Төньяҡ ярымшарҙы биҙәп ҡояш күтәрелә. Беренсе таң ине был, ил һағында торған егеттәрҙең. Әҡбәр менән Илһам бергә уҡынылар, бергә хеҙмәткә эләктеләр. Донъялары бер. Һоҡланыуҙары сикһеҙ.
...Һаҡта торғанда уяулыҡ кәрәк, тип уйларға өлгөрә лә алмай ҡалды Әҡбәр. Алдында туп шартланы. Әйтерһең, йәшен тиҙлегендәй өҫкә ябырылған теге саҡтағы футбол тубы, нәҡ уның аяҡ аҫтына. Кәрәк бит шулай. Аңына килгәндә, ул ялан госпиталендә ине. Янында ултырған дуҫына, ишара менән эйәк ҡағып, был нимә булды инде, тип һорағандай итте. Илһам уға йылмайып: “Йәшәйбеҙ әле, йәшәйбеҙ, беҙҙе тиҙ генә еңә алмаҫтар”, – тине. Әҡбәр ҙә йылмайҙы.
Туп, ярсыҡ, футбол... Былар ике дуҫты нығытты ғына. Ә бына спорт уларҙы тағын да көслөрәк итеп үҙ эсенә тартып алды. Был саҡтарҙан һуң, күпме һыуҙар аҡты. Дуҫтар футболда ла үҙ урындарын тапты. Бына улар сираттағы көрәштән һуң, еңеү яулап, аҫылташтар менән биҙәлгән футбол кубогын юғары сөйәләр ине.
Эмир ВӘЛИЕВ,
Яңы Мөслим урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.

Автор:Лариса Михалькова