Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Апрель 2022, 11:15

Иң яҡшы ҡумыҙсылар асыҡланды

Мәсетле районында “Әй ауазы” район ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы уҙҙы.

Иң яҡшы ҡумыҙсылар  асыҡланды
Иң яҡшы ҡумыҙсылар асыҡланды

Быйыл музыкаль бәйгелә 300-ҙән ашыу ҡумыҙҙа уйнаусы ҡатнашты. Финалға 130 ҡатнашыусы сыҡты. Улар араһында – солистар һәм коллективтар, йәш артистар һәм тәжрибәле музыканттар.
Конкурстың гала-концертын асып, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, 15 йыл эсендә был музыкаль бәйге матур йолаға әйләнде, мәҙәниәт, халыҡ ижады өлкәһендә ныҡлы позициялар яулап өлгөрҙө, тип билдәләне. Уның үҙ тарихы, таланттары һәм табыныусылары барлыҡҡа килде.
Бәйгеселәрҙең оҫталығын һәм һәләтен Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, “Әй моңдары” халыҡ йыр ансамбле етәксеһе, төбәк-ара конкурстар лауреаты Рәғиҙә Сәхәүетдинова, сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, тынлы оркестр етәксеһе, төбәк-ара конкурстар лауреаты Мәснәүи Ғәйнетдинов, жюри рәйесе – Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында I дәрәжә Гран-при яулаусы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Энгельс Ғәлиәкбәров баһаланы.
Конкурстың III дәрәжә дипломына Гөлгизә Иштуғанова (Йыланыш ауылы), “Тамсылар” балалар ҡумыҙсылар ансамбле (етәксеһе – И. Әсбапова, Әжекәй ауылы), “Хазина” ансамбле (етәксеһе – З. Сәлмәнова, Йонос ауылы), “Һоя” ансамбле (етәксеһе – Р. Тәҡиуллин, Теләш ауылы) лайыҡ булды.
II дәрәжә диплом менән Данис Ғәлимов (Дыуан-Мәсетле ауылы), Инсаф Вәлиев (етәксеһе – Д. Фәхрисламова, Туҡбай ауылы), Таңһылыу Мозафарова (етәксеһе – И. Лоҡманова, Ләмәҙтамаҡ ауылы), “Байрам” ансамбле (етәксеһе – Д. Ғәлимов, Дыуан-Мәсетле ауылы) бүләкләнде.
Урал Нурғәлин (Әжекәй ауылы), “Тамсыҡай” балалар ансамбле (етәксеһе – Д. Ғәлимов, Дыуан-Мәсетле ауылы), “Әхирәттәр” ансамбле (етәксеһе – И. Лоҡманова, Ләмәҙтамаҡ ауылы), Алтынай Ғәлимова (етәксеһе – Р. Ғәлимова, Ишәле ауылы) конкурс еңеүселәре булды (һүрәттә – һулдан уңға).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы 2007 йылдан алып уҙғарыла. Уға бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов нигеҙ һалған. Ойоштороу-сыһы – Мәсетле районы хакимиәте.

Һүрәттә: Конкурс еңеүселәре жюри рәйесе Энгельс Ғәлиәкбәров (уртала) менән.

Автор:Лариса Михалькова