Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
31 Март 2022, 13:35

Ер йырсыһы, халыҡ шағиры

Тасуири шиғыр һөйләүселәрҙең “Ер йырсыһы, халыҡ шағиры” район онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ер йырсыһы, халыҡ шағиры
Ер йырсыһы, халыҡ шағиры

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан үҙәк район китапханаһы ойошторған сара шағирҙың ижади мираҫын пропагандалау, йәш һәләтле балаларҙың ижади потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, башҡорт халҡының шиғриәтенә ҡы-ҙыҡһыныу уятыу һәм нәфис уҡыу сәнғәтен популярлаштырыу маҡсатында ойошторолдо.
Конкурс 31 ғинуарҙан 13 февралгә тиклем барҙы. Башҡорт һәм рус телдәрендә бөтәһе 46 видеояҙма килде.
Жюри ағзаларына еңеүсене һайлау еңелдән булманы – бөтә эштәр ҙә иң юғары баһаға лайыҡлы ине. Улар башҡарыу һәләтенә, сәхнә образына, сығыш яһау оҫталығына һәм шиғыр тәрәнлегенә айырыуса иғтибар бүлде.
Урындар йәш категорияһы буйынса билдәләнде. 7-10 йәштәгеләр араһында: Рамаҙан Рамазанов (һүрәттә, Оло Ыҡтамаҡ ауылының «Ромашка» балалар баҡсаһы) – беренсе урын, Инсаф Нәбиуллин (Яңы Яуыш ауылы) – икенсе, Айгүзәл Абдрахманова (Дыуан-Мәсетле ауылы) – өсөнсө. 11-17 йәштәгеләр араһында: Диана Фәҡерйәнова (Башҡорт гимназияһы) – беренсе, Фирҙәүес Мөхәмәтова (Дыуан-Мәсетле ауылы) – икенсе, Самат Нәсибуллин (Әжекәй ауылы) – өсөнсө. 18 йәштән өлкәндәр араһында Альмира Тәҡиуллина (Теләш ауылы) – беренсе, Зилә Миндибаева (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) – икенсе, Эльвира Латипова (Яңы Мишәр ауылы) өсөнсө урын алды.
Еңеүселәр диплом менән бүләкләнде, ә башҡаларға ҡатнашыу тураһында сертификат тапшырылды.
Гүзәл ХӘЙРЕТДИНОВА,
үҙәк район китапханаһының уҡыу залы баш
китапханасыһы.

Автор:Лариса Михалькова