Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Март 2022, 10:30

Беҙ Уралда йәшәйбеҙ

19-20 мартта Красноуфимск ҡала округының Мәҙәниәт һәм ял үҙәге сәхнәһендә милли мәҙәниәттәрҙең “Беҙ Уралда йәшәйбеҙ” XIII асыҡ конкурсы уҙҙы.

Беҙ Уралда йәшәйбеҙ
Беҙ Уралда йәшәйбеҙ

Конкурс, Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путиндың 2021 йылдың 30 декабрендә ҡабул иткән “Рәсәй Федерацияһында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү тураһында”ғы ПР-745 һанлы Указына ярашлы, Урта Урал халыҡтарының милли мәҙәни мираҫын үҫтереү һәм популярлаштырыу, мәҙәни тәжрибә алмашыу һәм милли үҙ-ара эшмәкәрлек өсөн шарттар булдырыу, шулай уҡ һәләтле башҡарыусы һәм ижади коллективтарҙы асыҡлау, ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.
Конкурста 6 – 55 йәштәге 726 кеше, шул иҫәптән 429 бала ҡатнашты. Унда милли халыҡ коллективтары, айырым башҡарыусылар, Екатеринбург, Урта Урал, Березовка, Полевск, Түбәнге Тагил, Каменка һәм Красноуфимск ҡала округтары, Үрге Сергинск районы, Башҡортостан Республикаһы, шулай уҡ Свердловск өлкәһенең Бисерть, Тавда, Араҡай, Кушва ауылдарынан халыҡ жанрының төрлө йүнәлештәрендә эшләүсе ижади ғаиләләр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Мәсетле районы ижади коллективтары юғары наградаларға лайыҡ булды. Мәҫәлән, “Хореография” номинацияһында “Сокол” ансамбле (етәксеһе – Владимир Назаренко, Әй ырыуы) “Казак уйындары” бейеү миниатюраһы менән I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. “Вокал” номинацияһында “Крыница” ансамбле (Валентина Сизова, Әй ырыуы) “Ой да при долинушке” йыр композицияһы менән – III дәрәжә диплом, ә лицейҙың “Родничок” балалар өлгөлө ансамбле (Валентина Сизова) “Урам таҡмаҡтары” менән II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Наталья РУСИНОВА.

Беҙ Уралда йәшәйбеҙ
Беҙ Уралда йәшәйбеҙ
Автор:Лариса Михалькова