Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Февраль 2022, 10:05

Яңы Мишәр ауылы әүҙемдәре – БСТ-ла

“Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеүсе тип танылған Яңы Мишәр ауылы халҡы Мәсетле районы исеменән республика кимәлендә сығыш яһаясаҡ.

Яңы Мишәр ауылы әүҙемдәре – БСТ-ла
Яңы Мишәр ауылы әүҙемдәре – БСТ-ла

15 февралдә Яңы Мишәр ауылы делегацияһы “Бәхетнамә” телетапшырыуында ҡатнашты.
– Ауылыбыҙҙа үткән барлыҡ саралар ҙа сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, өлкәндәр, йәштәр, балалар араһында физик культура һәм спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, – тип һөйләй Яңы Мишәр ауылы әүҙеме Эльвира Латипова. – Был маҡсат беҙҙең өсөн ваҡытлыса ғына түгел. Алкоголизм һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү – йәшәү рәүеше. Айыҡ булғанда ғына тулы тормош менән йәшәргә мөмкин икәнен аңлай ауыл халҡы. Эш һөйөүсәнлеге менән айырылып торған, уйҙары ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән йәш ғаиләләрҙең дә ошондай фекерҙә булыуы ҡыуандыра.
Эльвира Латипова тамашасыларға конкурс, фотоакция, флешмоб, спорт ярыштары кеүек ауылда уҙған саралар һәм ғаилә традициялары хаҡында һөйләне. Бигерәк тә “Билмән-бум” фотоконкурсы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, бында урындағы халыҡ ҡына түгел, ошо ауылда тыуып үҫеп, бөгөн күрше район, Свердловск, Силәбе һәм Төмән өлкәләрендә йәшәгәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша.
– “Айыҡ ауыл” конкурсында икенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ, – тип һөйләй Яңы Мишәр ауылы хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров. – Уҙған йылда Ясин ауылы халҡы еңеү өсөн көрәште. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика этабына уҙа алманыҡ, быйыл иһә конкурстың бар талаптарын һәм нескәлектәрен иҫәпкә алдыҡ.
Яңы Мишәр халҡы төньяҡ-көнсығыш башҡорттары йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү өҫтөндә әүҙем эшләй. Шуға бәйле ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы “Ҡомартҡы” ҡабартмалы сигеү коллективы эшмәкәрлеген билдәләп үтергә кәрәк. Тамашасылар был ҡайыу төрөнөң бөтә матурлығын үҙ күҙҙәре менән күрә алды – мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Гүзәл Ханова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Тапшырыу барышында Яңы Мишәрҙә ауыл хужалығы предприятиеһы – “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәте эшләүе, уның халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүе, байтаҡ сараларҙың бағыусыһы булып тороуы билдәләнде.
Эльвира Латипова хәбәр итеүенсә, Яңы Мишәр хеҙмәтсәндәре уңышының төп сере – берҙәмлек. Килеп тыу-ған бөтә мәсьәләләр ауыл биләмәһе хакимиәте, мәктәп, клуб, “Йондоҙ” йәмғиәте етәкселеге һәм хеҙмәтсәндәре, халыҡ менән берлектә хәл ителә.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова