Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Ғинуар 2022, 12:05

Ғүмерҙәрҙе бергәләп ҡотҡарайыҡ

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге социаль реклама һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса “Ғүмер-ҙәрҙе бергәләп ҡотҡарайыҡ” Бөтә Рәсәй конкурсы старт алды.

Ғүмерҙәрҙе бергәләп ҡотҡарайыҡ
Ғүмерҙәрҙе бергәләп ҡотҡарайыҡ

Ул 18 февралгә тиклем дауам итә. Конкурстың маҡсаты – наркотик һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыу проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү һәм уларҙы законһыҙ ҡулланыуға йәмғиәттә кире ҡараш булдырыу. Конкурс төбәк һәм федераль этаптарҙан тора. Унда ябай халыҡ һәм юридик ойошмалар, шулай уҡ авторҙар коллективы ҡатнаша ала. Эштәр өс номинация буйынса ҡабул ителә: “Наркотиктарға ихтыяжды кәметеүгә йүнәлтелгән иң яҡшы тышҡы социаль реклама макеты”; “Наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы иң яҡшы видеоролик”; “Наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы иң яҡшы буклет”.
Төбәк этабына ғаризалар 2022 йылдың 15 февраленә тиклем Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 7 адресы буйынса Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә ҡабул ителә. Тел. 8 (34770) 2-04-83. Артабан эштәр БР буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың әйләнешенә контроль буйынса идаралығына ебәрелә. Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт РФ Эске эштәр министрлығы сайтында: https://мвд.рф/mvd/structure1/Glavnie_upravlenija/gunk/конкурс-соцрекламы.
Наталья РУСИНОВА.

Фото

Автор:Лариса Михалькова