Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Ғинуар 2022, 14:55

Моңло ҡыҙҙар Дыуан-Мәсетлелә йәшәй

Күренекле башҡорт композиторы, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилевтың юбилейы алдынан “Заһир моңдары” республика ижади интернет-конкурсы уҙҙы.

Моңло ҡыҙҙар Дыуан-Мәсетлелә йәшәй
Моңло ҡыҙҙар Дыуан-Мәсетлелә йәшәй

Башҡортостандың белем биреү ойошмаларынан 92 уҡыусы ҡатнашҡан конкурс “соло” һәм “ансамбль” номинацияларында өс йәш категорияһында ойошторолдо.
Конкурс барышында ҡатнашыусылар башҡорт, рус, татар телдәрендә йырҙар башҡарҙы.
Унда Бөрйән, Белорет, Илеш, Ғафури, Ейәнсура, Баҡалы, Мәсетле, Туймазы, Өфө, Күгәрсен, Яңауыл райондары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары уҡыу-сылары юғары башҡарыу кимәлен күрһәтте.
Сығыштарҙы БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы, педагог Мөхәмәт Түлебаев рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы.
Призерҙар араһында мәсетлеләрҙең булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Дыуан-Мәсетле мәктәбе уҡыусылары Фирҙәүес Мөхәмәтова (һүрәттә – уңда) менән Айгүзәл Исмәғилева (һулда) “Соло” номинацияһында үҙҙәренең йәш категорияһы буйынса икенсе урын яуланы. Ҡыҙҙар икеһе лә Балалар сәнғәт мәктәбендә Рәғиҙә Сәхәүетдинова класында шөғөлләнә.
Юлиә ЙӘҺҮҘИНА.

Моңло ҡыҙҙар Дыуан-Мәсетлелә йәшәй
Моңло ҡыҙҙар Дыуан-Мәсетлелә йәшәй
Автор:Лариса Михалькова