Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Декабрь 2021, 09:35

Нағышлап сигеү оҫтаһы

Өфө ҡалаһында “Тамға” II халыҡ-ара башҡорт халыҡ милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Нағышлап сигеү оҫтаһы
Нағышлап сигеү оҫтаһы

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән 36 оҫта, костюм буйынса рәссам һәм дизайнерҙар араһында Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылынан 73 йәшлек Сажиҙә Ханова ла бар. Уның уникаль коллекцияһында нағышлап сигелгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының көндәлек тормошта һәм байрам көндәрендә кейгән кейем өлгөләренең алты төрө, шулай уҡ ул әҙерләгән муйынсалар жюри ағзалары тарафынан юғары баһа алды. Ул “Башҡорт милли костюмы аксессуарҙары” номинацияһында II дәрәжә дипломға һәм 50 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.
– Конкурс сентябрь айында уҡ старт алды. Тәүҙә онлайн форматта һайлап алыу туры уҙҙы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала конкурс финалы үтте. Ошо көндәрҙә мин йом-ғаҡлау этабында ҡатнаштым, – тип һөйләй Сажиҙә Йыһангир ҡыҙы. – Һөҙөмтәләр менән бик ҡәнәғәтмен. Конкурс барышында дәртләндереп торған һәм ярҙам күрһәткән Эльвира Латипова менән Гүзәл Хановаға, район мәҙәниәт бүлегенә оло рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә.
Сажиҙә Йыһангир ҡыҙы – ҡабартмалы сигеү буйынса ысын оҫтабикә. Уның күңел йылыһын һалып, төрлө төҫтәге ептәрҙе оҫта яраштырып башҡарған күп һанлы эштәре иҫ киткес, башҡарыу техникаһы менән хайран ҡалдыра.
Сажиҙә апай боронғо ҡул эштәренә, тағы ла тегеү, бәйләү, йөн иләү кеүек оҫталыҡҡа әсәһенән өйрәнә. Әсәһенең тырыш ҡулдары менән салфетка һәм таҫтамалдарҙа сигелгән матур сәскә, биҙәктәрҙе бәләкәйҙән үк ҡыҙыҡһынып ҡарап бара.
– Әсәйемдең сигеү өсөн киргеһе дүрткел ине, хәҙерге кеүек түңәрәк түгел. Уларҙы атайым муйыл ағасынан эшләй торғайны. Киргегә тартылған туҡыманы күрһәм, энә алып ололарға оҡшарға тырышып төрткөсләп ултырғанымды яҡшы иҫләйем. Ул ваҡытта миңә ете йәш ине. Баҡтиһәң, мин туҡыманы боҙғам ғына икән, – тип йылмайып иҫләй Сажиҙә Йыһангир ҡыҙы.
Ошо ваҡыттан алып ул энә менән епте ҡулынан төшөрмәй. Бирнәлеккә алъяпҡыс, таҫтамал, ашъяулыҡ биҙәй. Кейәүгә сыҡҡас, мәшәҡәттәр арта: төп эш, ҙур хужалыҡ, бәләкәй балалар. Әммә яратҡан шөғөлөнә бер минут булһа ла ваҡыт табырға тырыша.
Ауылдаштары өсөн Сажиҙә апай әүҙем һәм ихлас ағинәй булып ҡала. Ауылда уҙған концерттарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша: ире гармунда уйнаһа, ул ҡушылып йырлай. Мәҙәниәт хеҙмәт-кәрҙәре һорауы буйынса сәхнә өсөн костюмдар ҙа әҙерләй.
Бөгөн Мәсетле районында халыҡ оҫталарының күргәҙмәһе уның ҡатнашлығынан тыш, уның оҫталыҡ дәрестәренән башҡа уҙмай. Хаҡлы ялға сығып, буш ваҡыты күбәйгәс, башҡорт халҡының милли кейемдәре тарихын, ҡасандыр ижад иткән оҫталарҙың йәшәгән урыны һәм көнкүреш рәүешенә бәйле сигеү технологияһын өйрәнә.
Ошондай йәштә ең һыҙғанып мәртәбәле бәйгеләрҙә ҡатнашҡан, халыҡ һөнәрҙәрен тергеҙеү, уларҙы киләһе быуындарға еткереү өҫтөндә эшләгән ағинәйгә “афарин” тиергә генә ҡала!
Айгөл ШАРАПОВА.

Автор:Лариса Михалькова