Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Ноябрь 2021, 11:00

Супер әсәй

Ноябрҙә Мәсетле районында "Супер әсәй" конкурсының муниципаль этабы үтте. Унда Әжекәй ауылынан Минзәлә Абзалова еңеүсе булды.

Супер әсәй
Супер әсәй

Балалары уны еңеүе һәм Әсәйҙәр көнө менән ҡотлай!
"Әсәйебеҙ – беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ. Ул эшһөйәр, аҡыллы, тырыш, изгелекле һәм хәстәрлекле! Уның ике ҡыҙы һәм ике ейәне бар.
Әсәйебеҙ туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы. 40 йылдан ашыу мәктәптә эшләй, шуның 15 йылын – уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып. Уҡытыусы – ерҙә иң мөһим һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Әсәйем балаларҙы яратҡанға һәм уларҙың изге, намыҫлы кешеләр булып үҫеүен теләгәнгә күрә ошо һөнәрҙе һайлаған. Эшкә яуаплы ҡарай, беҙҙе лә шуға өйрәтә. Һәр кем үҙ бурыстарын намыҫлы үтәргә тейеш, ул саҡта бөтә ерҙә лә тәртип буласаҡ, тип иҫәпләй ул. Мәктәптә әсәйемде яуаплы һәм квалификациялы хеҙмәткәр булараҡ хөрмәт итәләр. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ул "Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы" билдәһе һәм Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Беҙ әсәйебеҙ менән бик ғорурланабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ".
Әлеге ваҡытта Минзәлә Абзалова “Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Беҙҙең Баш-ҡортостан" төркөмө ойошторған “Супер әсәй" конкурсының төбәк этабында ҡатнаша. Мәсетлеләр уның өсөн тауыш биреп, яҡташыбыҙҙың “Супер әсәй” булыуын тағы ла бер ҡат иҫбатларға ярҙам итә ала: https: / / vk.com / app7198399 _ -2055870 # poll619c57e47be.. Тауыш биреү 30 ноябргә тиклем дауам итәсәк һәм уның һөҙөмтәләре буйынса өс еңеүсе билдәләнәсәк.

Супер әсәй
Супер әсәй
Автор:Лариса Михалькова