Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Ноябрь 2021, 11:35

Ҡыш бабай оҫтаханаһы

Яңы йыл байрамдарына әҙерләнеү өсөн Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы хакимиәте ярҙамында Мәсетле мәғариф бүлеге менән Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто "Ҡыш бабай оҫтаханаһы" иң яҡшы шыршы уйынсығына район конкурсы иғлан итә.

Ҡыш бабай оҫтаханаһы
Ҡыш бабай оҫтаханаһы

Конкурс райондың белем биреү учреждениелары уҡыу-сылары араһында йәш категориялары буйынса уҙғарыла:
- кескәйҙәр – 1-4 кластар;
- урта йәштәгеләр – 5-8 кластар;
- өлкән кластар – 9-11 кластар.
Конкурс номинациялары: "Арыҫлан – автор ҡурсағы", "Яңы йыл гирляндаһы", "Иң үҙенсәлекле Яңы йыл уйынсығы".
Уҡыусылар үҙ ҡулдары менән эшләгән уйынсыҡтарҙы килтерергә тейеш. Улар һуңынан үҙәк Яңы йыл шыршыһын биҙәйәсәк. Уйынсыҡтар 50х25 сантиметр ҙурлыҡта йәки унан ҙурыраҡ булһын. Яңы йыл уйынсығын тығыҙ төҫлө ҡатырғанан, туҡыманан, төрлө ҡул аҫтындағы материалдарҙан эшләргә мөмкин, уйынсыҡ яуым-төшөмдә, елдә торорлоҡ ныҡ, 50 см элмәге йәки шпагатҡа беркетеү өсөн ҡыҫтырғысы булырға тейеш.
Эштәр 1 декабрҙән 7-һенә тиклем район Мәҙәниәт һарайы вахтаһында көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем ҡабул ителә. Конкурс еңеүселәре 7 декабрҙә билдәләнәсәк һәм почет грамоталары менән бүләкләнәсәк.

Автор:Лариса Михалькова