Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Ноябрь 2021, 10:55

Мәсетле композиторҙары лауреат исеменә лайыҡ

15 сентябрҙән 15 октябргә тиклем онлайн форматта уҙған “Күңелем моңдары-2021” һәүәҫкәр композиторҙарҙың республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Мәсетле композиторҙары лауреат исеменә лайыҡ
Мәсетле композиторҙары лауреат исеменә лайыҡ

Ижади ярышта “Инструменталь жанр” һәм “Вокаль жанр” (хор, ансамбль, соло башҡарыусылар өсөн әҫәрҙәр) номинацияларында өс йәш категорияһында үҙешмәкәр композиторҙар ҡатнашты: 14 йәшкә тиклем, 14 – 25 йәшлек, 25 йәш һәм унан өлкәндәр. Конкурс шарттары буйынса ҡатнашыусылар жюри ағзаларына автор үҙе йәиһә солист, музыкаль коллективтар башҡарған ике төрлө характерҙағы әҫәр тәҡдим итте.
Үҙешмәкәр композиторҙарҙың конкурсҡа әҙерләгән тыуған яҡ, уның хозур тәбиғәте, мөхәббәт тураһында йыр һәм музыкаль композицияларын компетентлы жюри баһаланы.
Мәсетле районы исеменән һәүәҫкәр композиторҙар Рәсимә Әхмәтйәнова (“Әсә йыры”, “Мәргән егет” йырҙары), Зөлфирә Сәлимова (“Йәшә әле, йәшәр, Мәсетлем”, “Устикиндең ҡыҙҙары”) һәм Илгиз Йоносов (“Ғүмер юлы”, “Үтелгән юлдар – үтелгән ғүмер”) сығыш яһаны.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Рәсимә Әхмәтйәнова – I дәрәжә лауреаты, ә Зөлфирә Сәлимова һәм Илгиз Йоносов II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар.
Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге.

Автор:Наталья  Русинова