Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Ноябрь 2021, 09:10

Берҙәм булайыҡ!

Муниципалитеттар буйлап “Айыҡ ауыл” республика конкурсы уҙа. Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҙыуыбыҙса, Мәсетле районы ауылдары ла был сараға әүҙем ҡушылды. Һабанаҡта конкурс сиктәрендә ниндәй саралар уҙыуы хаҡында, шулай уҡ ошоға бәйле пландар менән ауыл старостаһы Айнур Зәбихуллин уртаҡлашты.

Берҙәм булайыҡ!
Берҙәм булайыҡ!

– “Айыҡ ауыл” – айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға, сәләмәтлекте тергеҙеүгә, шул иҫәптән эскелек менән көрәшкә йүнәлтелгән бик яҡшы проект, – ти староста.
– Бынан тыш, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ауылдаштарҙы бергә йыйыу өсөн бер сәбәп.
Һабанаҡ ауылында төҙөкләндереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүләләр. Уҙған саралар араһында – балалар майҙансығын төҙөкләндереү эше. Ошо көндәрҙә территорияны кәртәләү буйынса эштәр башланды, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре ярҙамында унда ҡом түшәлде. Шулай уҡ ағастар ултыртылды. Алыҫ булмаған ерҙә бетон менән махсус майҙансыҡ булдырылып, сүп-сар өсөн контейнерҙар ҡуйылды һәм кәртәләп алынды.
Оҙаҡ йылдар зыяратҡа илткән юлдағы күпер емерек хәлдә ине. Был һорауҙы йыл да уҙған граждандар йыйылышында күтәрәләр. Әммә күперҙе ремонтлатыу өсөн документтар булмау сәбәпле, уны республика программаһына индереү мөмкин түгел. Шуның өсөн дә Һабанаҡ ауылы халҡы был эште үҙ аллы атҡарып сығырға хәл итте. Һабанаҡтар күперҙе үҙ ҡулдары менән эшләргә планлаштырҙы, шәхси эшҡыуар Рүзәл Абдуллин ҙур техник ярҙам күр-һәтте. Ул экскаваторы менән күперҙең емерек конструкцияһын алды, элекке ҡаҙ фермаһы бинаһынан бетон плиталар алып килде. Шулай итеп, кәм тигәндә бер аҙнаға һуҙылырҙай эш бер нисә сәғәт эсендә башҡарылды.
Искәндәр Ғилметдинов тракторы менән таш һәм ҡом алып килеп эште дауам итте. Әлбиттә, ҡул ярҙамынан башҡа эш бармай: ауыл ирҙәре күпер хәүефһеҙ булһын өсөн бар көстәрен һалып тырышты.
Шулай уҡ мәсет бинаһына һыу үтә, канализация эшләнә. Бағыусылыҡ ярҙамы менән яңы газ ҡаҙанлығы һатып алына, әле алда уны монтажлау эштәре тора.
Ауылда йома өмәләре йыш ойошторола, зыярат территорияһы таҙартыла.
– Төҙөкләндереү эшендә ололар ғына түгел, йәштәр ҙә әүҙем ҡатнаша, – ти Айнур Зәбихуллин. – Был ауылдаштарҙың тыуған еренә, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең киләсәгенә битараф булмауҙарын дәлилләй. Бигерәк тә Наил Хафизов, Айҙар Ғәлимов, Искәндәр Ғилметдинов, Алмас Хәбибуллин, Денис Ғилметдинов, Ринат Ғәзизов, Фиҙәлис Бәҙретдинов, Радис Ғәниев һәм башҡаларҙың тырышлығын билдәләп үтке килә. Мәсетле районынан ситкә китеп йәшәгән ауылдаштар ҙа атайсалын онотмай.
Староста әйтеүе буйынса, һабанаҡтар ауыл уртаһында мемориаль таҡтаташ урынлаштырырға йыйына. Һабанаҡ – бай тарихлы ауыл. Иҫтәлекле таҡтала тарихтың бер өлөшө генә урын аласаҡ, әммә ул ауылдың ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килеүен сағылдырасаҡ. Башҡорт тарихы йылы иғлан ителгән йылда был инициатива бик тә әһәмиәтле.
Бынан тыш, зыярат ҡоймаһын яңыртыу эштәре тора. Айнур Зәбихуллин иҫәпләүенсә, был мәсьәләне киләһе йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” проекты сиктәрендә хәл итергә мөмкин:
– Берҙәм һәм әүҙем булырға кәрәк. Әгәр ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергә хәл итеп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәһәк, беҙҙең дөйөм йортобоҙ – Һабанағыбыҙ – йәмле һәм йәнле булыр! – ти ул.

Берҙәм булайыҡ!
Берҙәм булайыҡ!
Автор:Наркес Халиуллина