Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Октябрь 2021, 14:55

Мәктәп автобусы водителдәре араһында иң-иңдәр билдәләнде

Мәсетле мәғариф бүлеге Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы менән берлектә һәм Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, район хакимиәте ҡатнашлығында “Иң яҡшы мәктәп автобусы водителе” һөнәри оҫталыҡ конкурсы үткәрҙе.

Мәктәп автобусы водителдәре араһында иң-иңдәр билдәләнде
Мәктәп автобусы водителдәре араһында иң-иңдәр билдәләнде

Сара ике этапта “ПАЗ” һәм “ГАЗель” маркалы автобус водителдәре араһында ике номинация буйынса уҙҙы.
Тәүге этапта водителәр компьютерҙа үҙҙәренең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ниндәй кимәлдә белеүҙәрен күрһәтте. Уларға 20 минут эсендә 20 һорауға яуап бирергә тура килде. Икенсе этапта “Түңәрәк”, “Бокс”, “Туҡталыш”, “Змейка”, “Автобус туҡталышы”, “Туҡта!” билдәләре буйынса хәрәкәт итеү ҡаралғайны. Конкурсанттарҙың сығышын район мәғариф бүлегенең төп белгесе Леонид Фәхретдинов, Мәсетле районы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса өлкән инспекторы Вадим Шәрипов, район хакимиәтенең баш белгесе Вадим Хәбибуллин, Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалындағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса уҡытыусылары Рудик Ғарифуллин һәм Эдуард Мөфлиханов баһаланы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса “ПАЗ” маркалы мәктәп автобусы водителдәре араһында Яңы Мишәр мәктәбе водителе Илфат Бикмуллин, иң күп балл йыйып, беренсе урынға сыҡты, икенсе урын – Рәйес Хәйруллинда (Оло Ыҡтамаҡ лицейы), өсөнсө – Булат Закировта (Оло Аҡа мәктәбе).
“ГАЗель” маркалы мәктәп автобусы водителдәре араһында Илдар Хәйбуллин (Ләмәҙтамаҡ мәктәбе, һүрәттә) беренсе урынға лайыҡ булды, икенсе урында – Юрис Кәримов (Әбдрәхим мәктәбе), өсөнсө урын – Фаиз Миннибаевта (Ҡорғат мәктәбе).
Конкурста еңеүселәр Өфөлә үтәсәк республика турына саҡырыла.

Автор:Наталья  Русинова