Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Июнь 2021, 12:00

Һылыуҙарҙың һылыуы – беҙҙең Мәсетле ҡыҙы!

24 майҙа Өфө ҡалаһының “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Башҡортостан гүзәле-2021” Бөтә Рәсәй матурлыҡ һәм йолалар конкурсы уҙҙы.

Уны ойоштороусы – “Һомай” дефиле-театры һәм “Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттә статусын үҫтереү һәм ролен әүҙемләштереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы” студияһы.
Быйыл конкурс республикала йәшәгән һылыуҡайҙарға ғына түгел, ә тамырҙары Башҡортостандан булып, Рәсәй төбәктәренә сығып йәшәгәндәргә лә ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе. Сара өс номинацияла үтте: 5 йәштән 12-гә тиклем, 13 йәштән алып 18 йәшкәсә, 19 йәштән 35-кә тиклем. Ҡатнашыусыларға буй, ғаилә статусы һәм башҡорт телен белеү буйынса талаптар ҡуйылманы, конкурс башҡорт һәм рус телдәрендә барҙы.
Һылыуҡайҙар араһындағы матурлыҡ бәйгеһендә Мәсетле районы исеменән 16 йәшлек Сабрина Кулиева сығыш яһаны. Сабрина Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән, 7-се класҡа тиклем Оло Ыҡтамаҡ лицейында белем ала, аҙаҡтан Өфө ҡалаһында уҡый. Бөгөн ул Өфө районының Чесноковка ауылында йәшәй һәм шундағы мәктәптә уҡыуын дауам итә. Бәләкәй саҡтан Балалар сәнғәт мәктәбендә бейеү буйынса шөғөлләнә.
Бындай кимәлдәге конкурстарҙа йәш һылыуҡайҙың ҡатнашыуы беренселәй түгел. Ул 2017 йылда “Мәсетле районының бәләкәй һылыуҡайы” район конкурсында ҡатнаша, шулай уҡ “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында билдәләнә.
Сабринаның әйтеүе буйынса, ул “Башҡортостан гүзәле-2021” конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризаны ҡабул итеү ваҡыты тамамланыр алдынан, иң һуңғы мәлдә тапшыра. Һуңғы вагонға ултырырға өлгөрә, тип әйтергә була. Лайыҡлы сығыш яһап, Сабрина конкурс финалына сыға һәм үҙенең йәш категорияһында икенсе урынға лайыҡ була.
– Мин бындай кимәлдәге конкурста ҡатнашыуыма шатмын, – ти Сабрина. – Һылыуҡайҙар ярышҡан сарала ҡатнашыу өсөн ике ай самаһы әҙерләндем. Был ваҡыт эсендә миңә туғандарым, дуҫтарым, бигерәк тә әсәйем (Айгөл Кулиева – редакция иҫкәрмәһе), шулай уҡ Мәсетле районы хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге финанс яғынан ҙур ярҙам күрһәтте. Минең өсөн тауыш биргәндәре өсөн яҡташтарыма ҙур рәхмәтемде еткерәм! Артабан да ошоға оҡшаш конкурстар-ҙа ҡатнашып, был йүнәлештә эшләргә уйлайым.