Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Май 2021, 14:40

Һәләтле уҡыусының еңеүе

2021 йылда “Без срока давности” Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы халыҡ-ара проекттың иң күләмлеһе булды.

Уның финалына Рәсәйҙең 85 төбәгенән, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан ҡатнашыусылар сыҡты. Финалсылар араһында Оло Ыҡтамаҡ лицейының 6 “в” класс уҡыусыһы Полина Хәлипова ла бар. Ул 8 майҙа Мәскәү ҡалаһында 600-ҙән ашыу финалист йыйылған диплом тапшырыу тантанаһына барып ҡайтты.
Сарала Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры С. С. Кравцов, жюри рәйесе Л. В. Дудова, шулай уҡ “Офицерҙар” фильмында төп ролде башҡарған РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы А. С. Покровская ҡатнашты.
Полина Хәлипова “Без срока давности” Бөтә Рәсәй иншалар конкурсының финалист дипломы менән бүләкләнде, ә уның етәксеһе – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нина Ярушинаға РФ белем биреү ойошмаларында патриотик ҡараш формалаштырыуға өлөш индергәне, шулай уҡ Бөтә Рәсәй иншалар конкурсының федераль этабына юғары кимәлдә финалист әҙерләгән өсөн РФ Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Полинаның иншаһы еңеүселәр һәм финалистарҙың эше тупланған “Без срока давности” йыйынтығында баҫылды.
Мәсетле районы мәғариф бүлеге.