Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Май 2021, 12:35

Инглиз йыры фестивале

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылы мәктәп базаһында “English Song Festival” инглиз йыры конкурсы уҙҙы.

Ул ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты ярҙамында уҙғарылды. Жюри рәйесе – комитеттың башҡарыусы директоры Өлфәт Йомағужин. Жюри ағзалары инглиз телендә текст уҡыу, телмәр яғы, башҡарыу сифаты (вокаль, музыкаль йәһәттән), артислыҡ сифаттары, нәфис уҡыу (тамашасы менән бәйләнеш), номерҙы башҡарыуға ижади алымды баһаланы.
Был сарала Мәсетле районынан Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашты һәм призлы урындар яуланы. Уларҙың сығышы жюри тарафынан юғары баһаланды.
Йәш категорияһы буйынса 9-11 кластар араһында 10-сы класс уҡыусыһы Илгизә Йосопова икенсе урын яуланы. Ул Билли Айлиштың “I love you” йырын башҡарҙы.
8-се класс уҡыусыһы Лиана Ғабдулхакова 7-8 класс уҡыу-сылары араһында икенсе урынға лайыҡ булды. Ул жюри ағзаларына Билли Айлиштың “I don`t wanna be you any more” йырын тәҡдим итте.
5-6 кластар араһында 5-се класс уҡыусыһы Рита Мөхтәрованың Элис Мертондың “No roots” йыры менән сығышы иң яҡшыһы тип табылды.
Бындай кимәлдәге конкурста юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү – вокалдан уңышлы башланғыс кеүек, инглиз телен өйрәнеү йәһәтенән дә ҡыҙҙар өсөн ҙур уңыш. Музыка аша сит ил телендә яҙылған текст балаларға еңел һәм көйлө бирелә.
Унан башҡа, был – Башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Алина Солтанова, музыка уҡытыусыһы Лилиә Мөхтәрованың ныҡышмалы һәм оҫта эш һөҙөмтәләре.