Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Март 2021, 09:30

Шиғыр һөйөүселәр өсөн конкурс

31 мартта иртәнге сәғәт 10-да үҙәк район китапханаһында шиғыр һөйөүселәрҙең “Илһам шишмәләре-2021” район конкурсы уҙа. Ул Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологиялар, Баш-ҡортостан Республикаһында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналған.

Сарала һүҙ сәнғәтенең төрлө жанрҙарында ижад иткән 10 йәшлек һәм унан өлкән ижадсылар ҡатнаша ала.
Төп талаптар: үҙең ижад иткән бер әҫәрҙе йәиһә унан өҙөктө башҡарыу, халыҡ музыка ҡоралдарында музыкаль оҙатыу хуплана. Һәр ҡатнашыусыға биш минутлыҡ регламент бирелә. Һеҙҙе Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 24/1 адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (34770) 2-18-65 телефон һандары аша алырға мөмкин.