Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Март 2021, 10:00

Балыҡсылар фестивале

Балаҡатай районының Соколки һәм Айғырял ауылдары араһында йылғала Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле райондары һәм Свердловск өлкәһенән килгән 50-нән ашыу балыҡсыларҙың ҡышҡы балыҡ тотоу ярышы уҙҙы.

Сараны тантаналы асҡандан һуң, һәр ҡайһыһы боҙҙа урын алырға ашыҡты. Балыҡсылар ике сәғәт дауамында балыҡ ҡаптырҙы, ә жюри ағзалары ярыш барышын күҙәтте. Шул арала көйәрмәндәр шешлек ҡыҙҙырып, пневматик винтовканан атыу буйынса мәргәнлектәрен һынаны.
Махсус сигнал бирелгәндән һуң балыҡсылар табыштарын үлсәргә йыйылды. Жюри ағзалары йомғаҡ яһағансы, балыҡсылар мәке быраулау буйынса ярышты.
Һөҙөмтәлә “Иң яҡшы балыҡсы” номинацияһында беренсе урынды Яңы Балаҡатай ауылынан Фәрүәз Йыһангиров яуланы, икенсе урынға Оло Ыҡтамаҡ ауылынан 15 йәшлек Рәүил Хәкимов сыҡты, өсөнсө урында – Яңы Балаҡатайҙан Азамат Хөсәйенов.
Еңеүселәр приз, грамота, диплом һәм кубок менән бүләкләнде.