Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Март 2021, 13:00

Һөләймәндәр сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙың өҫтөнлөктәрен күрһәтте

Һөләймән ауылында “Һыу – йәшәү сығанағы” тип аталған сағыу һәм фәһемле сара уҙҙы.

Хәтерләүегеҙсә, нәҡ һөләймәндәр “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында еңеп сыҡҡайны. Берҙәмлек һәм еңеүгә ынтылыш һөҙөмтәһендә бында күп эштәр башҡарылды. Шулай итеп, һөләймәндәр ауыл урамдары халҡының нисек татыу, берҙәм, күңелле йәшәүҙәрен, айыҡ тормош алып барыуҙарын күрһәтте, атайсал өсөн изге эштәр башҡарыуҙа үҙҙәрен башҡаларға өлгө итте.
Һөләймән ауылы ул-ҡыҙҙары менән данлы. Улар республика кимәлендә ҙур танылыу яулаған. Бында халыҡ уңған, тырыш, һәләтле, маҡтауға лайыҡ ғаиләләр күп.
Бөгөн дә һөләймәндәр, айыҡлыҡ, ихласлыҡ, күңел сафлығын күрһәтеп, үҙ оҫталыҡтарын асып бирә алды.
Сара барышында ҡатнашыусылар ауылдың иҫтәлекле һәм матур урындары менән танышты. Ауыл урамдары буйлап алып барған Фәйрүзә Дусмөхәмәтова был яҡтарҙың тарихы тураһында һөйләне. Ауылда сәләмәт йәшәү рәүешенә, бигерәк тә спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Бына сара уҙған көндә лә юлдың бер яғынан саңғысыларҙың, икенсе яғынан конькиҙа уҙышыусыларҙың үтеүе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеүе быға асыҡ миҫал булып тора. “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзалары шиғырҙар һөйләне, ә оҫталар үҙҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторған. Байрамдың төп биҙәге – боронғо “Һыу юлы” йолаһы. Ҡунаҡтар өсөн мәктәп музейына ла экскурсия ойошторолдо. Ә инде һуңында бай йөкмәткеле концерт программаһы тәҡдим ителде.
“Айыҡ ауыл-2020” конкурсы нигеҙендә “Һыу – йәшәү сығанағы” сараһына мәртәбәле ҡунаҡтар, шул иҫәптән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Мәсетле районы Советы депутаты Флүр Дусмөхәмәтов, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин, Һөләймәндең күп билдәле шәхестәре ҡатнашты. Улар барыһын да сәләмләп, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм конкурстың республика этабында уңыштар теләне. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән Марат Әхмәтшин башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға ҙур өлөш индергән ауыл халҡын тәбрикләне. Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадироваға, Һөләймән ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәйрүзә Дусмөхәмәтоваға, Ләмәҙтамаҡ ауыл советы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Миләүшә Ғариповаға, ауыл клубы методисы Әлфинә Зәйнетдиноваға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Һөләймәндә уңған һәм һәләтле кешеләр йәшәй. Улар һәр ерҙә әүҙемлек күрһәтә. Улар – уңышлы эшләгән эшҡыуарҙар, спортсылар, музыканттар... Бындай үрҙәргә үрләү өсөн айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк. Шуға күрә һөләймәндәр балаларын да тик яҡшы традицияларҙа тәрбиәләй. Ә балалар – беҙҙең тыуған төйәгебеҙҙең киләсәге”, – тип билдәләне Әнис Әсәҙуллин.
Һыу темаһы был мөһим сараға осраҡлы ғына һайланмаған. Башҡа ауылдарҙағы кеүек, Һөләймәндә лә хәл итәһе мәсьәләләр бар. Әйтәйек, 1975-1976 йылдарҙа һалынған һыу үткәргесен яңыртырға кәрәк. Әгәр торбалар сафтан сыҡһа, балалар баҡсаһы, мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм өйҙәр һыуһыҙ тороп ҡаласаҡ. Һөләймәндәр республика конкурсында еңеп сығырға һәм еңеүсегә биреләсәк аҡсалата ярҙамды һыу менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итеү өсөн тотонорға ниәтләй.
Сара һуңында барыһын да милли аш-һыуҙан һығылып торған табын янына саҡырҙылар. Ауыл халҡы айыҡ байрамдарҙа рәхәтләнеп күңел асырға мөмкин икәнлеген үҙ өлгөләрендә күрһәтте.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА,
район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика эше бүлеге начальнигы.