Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Ғинуар 2021, 14:18

Һыу – йәшәү сығанағы

Һөләймән ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсына әҙерлек бара.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән конкурстың 2020 йылғы муниципаль этабында, үҙенең масштаблығы менән жюри ағзаларын хайран ҡалдырып, нәҡ Һөләймән ауылы еңеп сыҡты.

Һөләймән – райондың мәҙәни, рухи һәм ижтимағи үҙәктәренең береһе. Унда йәмәғәт ойошмалары Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте менән берҙәм эш алып бара. Был данлыҡлы ауыл тәбиғәтебеҙҙең матур бер мөйөшөндә урынлашҡан. Урамдар буйлап матур итеп теҙелгән күркәм йорттар ауылда уңған халыҡ йәшәүе хаҡында һөйләй.
Республика конкурсына әҙерлек барышы тураһында ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәйрүзә Дусмөхәмәтова һөйләй:
“Уҙған йәй ауылда “Айыҡ ауыл” район конкурсына әҙерлек барышында күп эштәр башҡарылды. Урам байрамдары гөрләп үтте, ауылда яңы мәсет һалыу башланды, юл буйҙарын, йорт-тирәләрен таҙа тотоуҙан бер кем дә ситтә ҡалманы.
Халыҡты айыҡ тормош алып барыуға әйҙәп, араҡының зыяны тураһында иҫкәрмәләр эшләнеп, таратып бирелде. Магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу эштәре тотороҡланды. Айыҡлыҡҡа саҡырған плакаттар, шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде. Район конкурсында 1-се урынға сығып, республика күләмендә уҙасаҡ “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу хоҡуғы алыу – ошо күләмле эштәр һөҙөмтәһе.
Тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйып, эштәр билдәләнек, пландар ҡорҙоҡ. Әммә ошо осорҙа ауылыбыҙ ҡаты ҡайғы кисерҙе: тажлы вирус ауырыуынан бер нисә ауылдашыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Балаларын үҫтереп аяҡҡа баҫтырған, үҙҙәре өсөн йәшәп өлгөрмәй ҡалған апайҙарҙың ауыр тупраҡтары еңел булһын, яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.
Ошондай ауыр көндәр кисергәндә лә “Һыу – йәшәү сығанағы” исемле сараға әҙерлек эштәре туҡталмай. Хәмерһеҙ уҙған һуғым эштәре, ҡаҙ өмәләре артта ҡалды. “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә шахмат турниры, Яңы йылға тәҙрәләрҙе, өйҙәрҙе биҙәү, ҡоштарға ярҙам итеү буйынса акциялар, шиғырҙар бәйгеһе үтте.
Оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе булып эшләү тәжрибәһенән сығып, шуны әйтә алам: ысынлап та бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙа ҡатындарҙың эсеп йөрөү күренеше күҙәтелмәй, ирҙәр һәр береһе, эштә булһынмы ул, үҙ ғаиләһендәме, сәмләнеп, мал ҡарап, аҡса эшләп, ғаиләһен ҡарай.
Алдағы ҙур сараға һыу темаһы осраҡлы һайланманы. 1975-1976 йылдарҙа Һөләймәнгә һыу үтеп, колонкалар ҡуйылғас, халыҡ рәхәтләнеп таҙа һыу эсте. Әммә оҙаҡ йылдар дауамында бер тапҡыр ҙа алмаштырылмаған һыу башняһы бөгөн аяныс хәлдә. Серегән, ләкин ауылдың егәрле ирҙәре йығылырға бирмәгән башняны алмаштырырға кәрәк. Был мәсьәләне ваҡытында хәл итмәһәк, балалар баҡсаһы, мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм өйҙәргә һыуһыҙ ҡалыу янай.
Ысынлап та, Һөләймәндә дәртле, егәрле, сәмле халыҡ йәшәй. Беҙ юғары исем йөрөткән күп һанлы, “атҡаҙанған” исеменә лайыҡ булған 24 ауылдашыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ошо конкурста еңеп, башняны, һыу селтәренең серегән торбаларын алмаштырырға етерлек аҡса булһа, киләсәк быуын, бөтә ауылдаштарыбыҙ бик рәхмәтле булыр ине.
Хөрмәтле ауылдаштар, райондаштар, ситтә йәшәүсе яҡташтар, һеҙҙе 19 февралдә “Һыу – йәшәү сығанағы” исемле сарала көтөп ҡалабыҙ”.