Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Ғинуар 2021, 18:16

Район гәзитенең юбилейын бергәләп билдәләйек!

13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө. Яңы 2021 йыл – район гәзитенең юбилей йылы. Яҙҙың тәүге айында матур һәм ҙур дата билдәләйәсәкбеҙ: район гәзитенә – 90 йыл!Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға бәйле беҙ бер нисә ҡыҙыҡлы конкурс иғлан итәбеҙ һәм хөрмәтле гәзит уҡыусыларҙы унда әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

“Архив биттәре” конкурсы. Күптәрегеҙҙең өйөндә 20-30 йыл элек нәшер ителгән һәм унан да алдараҡ сыҡҡан район гәзиттәре һаҡланалыр, моғайын. Уларҙы ни өсөн һаҡлауығыҙ тураһында беҙгә лә һөйләгеҙ, гәзитте редакцияға алып килегеҙ. Район гәзитенең иң элекке һәм ҡыҙыҡлы һаны хужаларын бүләктәр көтә.
“Юбилейҙы йырҙар һәм шиғырҙар менән ҡаршы алабыҙ” конкурсы. Йыр-һыҙ һәм шиғырҙарһыҙ юбилей буламы инде? Мәсетлеләрҙе әҙәби-музыкаль конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ. “Мәсетле тормошо” гәзитенә арналған шиғыр-ҙарығыҙҙы, таҡмаҡтарығыҙҙы һәм йыр-ҙарығыҙҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ. Улар барыһы ла гәзиттә донъя күрәсәк. Иң ҡыҙыҡлы шиғри юлдар авторҙарын күңелле сюрприз көтә.
“Мин һәм минең яратҡан гәзитем” фотоконкурсы. Район гәзите менән үҙенсәлекле фотоһүрәттәрегеҙҙе беҙгә ебәрегеҙ. Фоторәсемдәр редакцияның рәсми төркөмдәрендә баҫылып сығасаҡ. Иң күп “лайк” билдәһе йыйған һүрәт авторына махсус приз тапшырасаҡбыҙ.
Конкурсҡа материалдарҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса 10 мартҡа тиклем редакцияға алып килергә кәрәк. Шулай уҡ “На конкурс к юбилею” билдәһе менән [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34770) 2-00-72.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Беҙ шулай уҡ район гәзите һәм редакция хеҙмәткәрҙәре менән бәйле йылы иҫтәлектәрегеҙҙе ихлас ҡабул итәбеҙ.