Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Ғинуар 2021, 16:29

“Мәсетле тормошо” гәзите лауреаттары

“Мәсетле тормошо” гәзите редколлегияһы көнүҙәк темаларға яҙған, мәҡәләләре гәзит уҡыусылар араһында ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм юғары баһа алған лауреаттарҙы билдәләне. Уҙған йыл дауамында баҫылған мәҡәләләрҙән сығып, “Мәсетле тормошо” гәзитенең 2020 йылғы лауреаттары тип табылдылар:

Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшат Хәйбуллина – тыл эшсәндәре яҙмыштары тураһында яҙмалары өсөн;
Ғүмәр ауылынан педагогик хеҙмәт ветераны Фәрит Фәттәхов – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында мәҡәләләре өсөн;
Оло Ыҡтамаҡтан педагогик хеҙмәт ветераны, “Мәсетле районы офицерҙары” китабы авторы Тәлғәт Сөнәғәтов – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында башҡарған күләмле эше өсөн.
Лауреаттарыбыҙға даими һәм уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да бергә ҡалайыҡ!