Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Декабрь 2020, 11:45

Тыуған илем – минең йөрәгемдә

Мәсетле районының барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулыу уңайынан ойошторолған саралар сиктәрендә “Тыуған илем – минең йөрәгемдә” тип аталған автор шиғырҙары һәм йырҙары бәйгеһе бик дәррәү уҙҙы.

Район Мәҙәниәт һарайы сайтына төрлө йәштәге район халҡынан бик күп ҡыҙыҡлы ижади эштәр килде. Конкурс өс ай дауамында дистанцион форматта уҙҙы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре ижад иткән йыр һәм шиғырҙары жюри ағзаларының күңеленә хуш килде. Улар автор башҡарыуында шиғыр һәм йырҙарҙың башҡарылыу сифаты, сағыулығы, нәфислеге, поэтик норманы үтәүҙе, шулай уҡ видеотаҫманы яҙғанда ижади ҡараш, тасуири уҡыуҙы баһаланы.
Конкурс һөҙөмтәләре:
I дәрәжә лауреаты – Фәниә Тәхәүетдинова, Ишәле ауылы;
II дәрәжә лауреаты – Надежда Жданова (һүрәттә), Оло Ыҡтамаҡ ауылы; Рәйсә Бәҙретдинова, Туҡбай ауылы; Рәйлә Ниязова, Һабанаҡ ауылы;
III дәрәжә лауреаты – Алһылыу Дилмөхәмәтова, Ләмәҙтамаҡ ауылы; Мария Меркурьева, Буртаковка ауылы; Ильяда Закирова, Әжекәй ауылы; Гөлфиә Ниғмәтуллина, Аҙанғол ауылы.
Автор йыры лауреаттары:
I дәрәжә лауреаты – Зөлфирә Сәлимова, Оло Ыҡтамаҡ ауылы;
II дәрәжә лауреаты – Алһылыу Дилмөхәмәтова, Ләмәҙтамаҡ ауылы;
III дәрәжә лауреаты – Сергей Берсенев, Кесе Ыҡтамаҡ ауылы; Фәрит Ғибәҙуллин, Оло Аҡа ауылы.
Башҡа ҡатнашыусыларға туған телде һаҡлау һәм уны популяр итеү сараһында ҡатнашҡандары өсөн диплом, махсус приз, “Ауылдаштарының әҙәби мираҫын һаҡлағаны өсөн” дипломы, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына Йонос ауылынан Дамира Хисамованың шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Аҡҡыным
Йөрәктәрҙе тетрәндереп,
Ауылымды бөтөрҙөләр.
Төйәгемдән айырып
Йәнгенәмде телделәр.
Ҡырауланды яҙмышыбыҙ,
Алдаҡ, билдәһеҙ юлдар.
Ауылымдан айырылыу
Ауыр, бик ауыр, дуҫтар.
Күҙ йәштәрем йылға булып
Ағыла ла ағыла.
Ни күрер ғәзиз баштар?
Һыйыныр урын ҡайҙа?
Мөмкин түгел онотоуҙар
Еләкле лә тауҙарын.
Көтөү көтөп аунап үҫкән
Сәскәле болондарын.
Ағын һыулы Ыҡ йылғам
Серле, ағышың моңло.
Юҡ, сыҡмаҫ иҫтәремдән
Ярһыу йәшлегем таңы.
Йырғанаҡлы Аждағым
Ажарланып аға яҙын.
Насип булырмы күрергә
Шарлауығымды тағын?
Тәпәй баҫҡан ерҙәрем
Йөрәктә ҡалды һеңеп.
Ауылдаштар, онотмайыҡ
Аҡҡыныбыҙҙы берүк.
Ыйыҡ һыуҙары һалҡын,
Йөрәктә дөрләй ялҡын.
Юғалһа ла ауылым,
Тарихын һөйләр халҡым.