Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Октябрь 2020, 12:30

Мәсетле районы еңеүселәр рәтендә

24 сентябрҙә “Йәмәғәт финансына идара итеү өлкәһендә иң яҡшы муниципаль берәмек” XIII Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтарына арналған конференция уҙҙы. Илдә эпидемиологик хәл килеп сығыу менән бәйле, конференция онлайн-форматта ойошторолдо.

Конференцияны Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ярҙамында “Бюджет” нәшриәт йорто Рәсәй Финансистары берлеге менән бергә ойошторҙо. Сарала муниципаль район башлыҡтары, урындағы финанс органдары һәм иҡтисади хеҙмәт етәкселәре, муниципаль район вәкәләтле органдары ағзалары, Рәсәй Федерацияһы субъекттары финанс органдары хеҙмәт- кәрҙәре, эксперттар ҡатнашты.
2020 йылда конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәй Федерацияһының 56 төбәк вәкиле булған 74 ҡала округы һәм 99 муниципаль райондан 173 ғариза бирелгән.
Ҡатнашыусылар бюджеттың килеме, сығымы һәм муниципаль милек менән идара итеү, бюджетты планлаштырыу һөҙөмтәлелеге һәм бюджетты үтәү, йөкләмәләр сәйәсәте, урындағы финанс органдары эшмәкәрлегенең асыҡ һәм күренеүсән булыуы, шулай уҡ кадрҙар сәйәсәте сифатын сағылдырған 82 күрһәткес буйынса баһалана.
Конкурс комиссияһы дөйөм балл суммаһы буйынса 12 еңеүсене билдәләне. Бынан тыш, ҡатнашыусылар бер нисә номинацияла дипломдар менән билдәләнде.
Ырымбур өлкәһе, шулай уҡ Белгород өлкәһенең Белгорд районы һәм Хабаровск крайының Комсомол муниципаль районы исеменән сығыш яһаған Медногорск һәм Сорочинск ҡалалары конкурстың абсолют еңеүсеһе булды.
Мәсетле районы “Финанс менән идара итеүҙең асыҡ һәм күренеүсән булыуы” номинацияһында еңеп сыҡты.