Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Октябрь 2020, 18:00

Айыҡ ауылдарҙың киләсәге яҡты

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ойошторолған саралар районда киң таралыу ала.

Уға арналған байрам Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә лә үтте. Тормош йәмле, уны матур итеп үткәр, тигән оран менән улар айыҡлыҡ акцияһына әүҙем ҡушылды.
Йыйылыусыларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова менән Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Степан Гуштюк мөрәжәғәт итте.
Кесе Ыҡтамаҡ халҡы ауылдаштарына кәбеҫтә тоҙлау йолаһын күрһәтте. Был боронғо йола йырҙар, таҡмаҡтар, шаян уйындар менән күңелле уҙған булған. Ауыл һәүәҫкәрҙәре ағас ҡалаҡ менән уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Кесе Ыҡтамаҡ халҡы иҫерткес эсемлектәр ҡулланмайынса ла байрамдарҙы күңелле уҙғарып була икәнлеген үҙ миҫалдарында иҫбатланы.
Сарала рус халыҡ йырҙары яңғыраны. Саф һауалағы уйындар барыһының да күңелдәрен күтәрҙе.
Һәр ерҙәгесә ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйылғайны. Оҫталар яһаған тәҙрә йөҙлөктәре айырыуса иғтибар үҙәгендә булды.
* * *
Иҫке Мишәр ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә шишмә тирәһен төҙөкләндерҙе.
Сара йәш киленгә һыу юлы күрһәткән боронғо башҡорт йолаһын хәтерләтте.
Ҡунаҡтарҙы “Мин Иҫке Мишәрҙе яратам” объекты янында икмәк-тоҙ, милли эсемлек – ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.
Барыһы ла Иҫке Мишәрҙең төп урамы буйлап уҙҙы. Баян көйөнә ҡушылып, күмәкләп башҡорт халыҡ һәм классик йырҙарын башҡарҙылар.
Ауыл халҡы өйҙәре алдында ҡул эштәрен күргәҙмәгә ҡуйған. Ғаилә ҡомартҡыһына әйләнгән әйберҙәр: биҙәкле ҡулъяулыҡтар, таҫтамалдар, ябыуҙар, мендәр тыштары республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышы өсөн генә хас ысул – ҡабартмалы сигеү менән башҡарылған.
Элек халыҡ һыуҙы шишмәнән алған, әммә ваҡыт үтеү менән яҙғы ҡар һыуҙары уны йыуған. Хәҙер шишмә тере, саф һыу сығанағына әйләнде.
Районыбыҙҙағы шишмәләр – шифалы сығанаҡ. Уларҙы таҙартып, тәрбиәләп тотоу – беҙҙең бурыс.
Сара төрлө милли ризыҡтарҙан һәм һыйҙан һығылып торған сәй табыны янында тамамланды.