Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Октябрь 2020, 11:15

Айыҡлыҡты данланылар

Мәсетле районында “Айыҡ ауыл” конкурсы дауам итә. Мәҫәлән, уҙған аҙнала Һөләймән һәм Түбәнге Туҡбай ауылдарында халыҡ ҙур сараға йыйылды.

Һөләймән – үҙенең данлы ул-ҡыҙҙары менән республикала ҙур танылыу алған ауыл. Бында йәшәүселәр – уңған, дәртле, һәр яҡлап һәләтле.
Бына был юлы ла район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, район Советы депутаты Флүр Дусмөхәмәтов, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин, оҙаҡ йылдар республика кимәлендә етәксе вазифаларҙа эшләгән Һөләймән уҙаманы Шатморат Бикембәтов саҡырылған был сара күңелле һәм юғары кимәлдә үтте.
Айыҡлыҡ – ул спиртлы эсемлектәрҙән баш тартыу ғына түгел. Айыҡ кешенең фекере лә айыҡ, ғаиләһе һәм яҡындары тураһында хәстәрлек күрә, һәр эшкә көсө етә. Халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыуға йәлеп итеү өсөн ауылда урамдар байрамы ойошторолдо. Унда хужабикәләр һәм оҫталар үҙ һәләттәрен күрһәтте. Шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешенә арналған плакаттар һәм шиғырҙар конкурсы ойошторолдо. Халыҡ һәр ваҡыттағыса әүҙем булды.
Байрамды алып барыусы Фәйрүзә Дусмөхәмәтова атайсал тарихына байҡау яһаны. Халыҡ башҡарыуындағы бейеүҙәр һәм йырҙар тыуған ерҙәренең данлы үткәндәрен, уның батырҙарын данланы. Сараны билдәле Һөләймән музыканты – мультиинструменталист Зәйнетдин сығыштары менән байытты.
Ауыл халҡы тәҡдим иткән ҡул эштәре: сәйлән, төрлө ысулдар менән бәйләнгән һәм сигелгән әйберҙәр, һәр урам әҙерләгән һый халыҡтың бар йәһәттән оҫта булыуын күрһәтте.
* * *
Түбәнге Туҡбайҙа ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, милли эсемлек – буҙа менән ҡаршы алдылар. Мәҙәниәт йорто алдында туҡбайҙар ауыл оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторған: матур итеп бәйләнгән шәлдәр, төрлөсә сигелгән таҫтамалдар, мендәрҙәр – барыһы ла сағыу һәм күркәм. Айҙар Фәрхетдинов яһаған йылҡы йүгәне айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте.
Сараны Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Фазылов асты. Туҡбайҙар ауыл тарихы менән таныштырҙы. Уларҙың әйтеүенсә, ауылдың хәҙерге исеме сағыштырмаса яңы. Элек ул эргәлә ағып ятҡан йылға исеме менән “Кәшкиәк” тип йөрөтөлгән.
Мәктәп уҡыусылары, вокаль һәм бейеү коллективтары, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сағыу концерт әҙерләгән. Айыҡлыҡ байрамы дан булды!
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.