Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Сентябрь 2020, 17:35

Шишмә яңы һулыш алды

“Айыҡ ауыл-2020” конкурсы нигеҙендә сираттағы сара Ключевой ауылында уҙҙы. Ауыл халҡы “Йәшә, шишмә, йәшә” исемле байрамға йыйылды.

Сараға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин, райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова килде.
Сара барышында халыҡ көсө менән таҙартылған шишмә тантаналы асылды. Таҫманы киҫеү хоҡуғы проект инициаторы, ауыл старостаһы Данис Шәрәфетдинов менән шишмә территорияһын төҙөкләндереү буйынса әүҙем ҡатнашып йөрөгән депутат Әлфрит Әхмәровҡа бирелде.
– Ауылым эргәһендә шишмәләр бик күп. Уның береһенең тирә-яғын тәртипкә килтереп, төҙөкләндереү идеяһы менән сығыш яһағас, ауыл халҡы һәм Абдулла ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәфис Носратуллин шунда уҡ был тәҡдимде хуплап сыҡтылар. Ошо изге эштә бигерәк тә Харис Шәрәфетдинов, Анатолий Казаков, Әлфрит Әхмәров һәм башҡалар ярҙам итте, – ти Данис Абзал улы.
Шишмә территорияһын төҙөкләндереү эшендә әүҙемлек күрһәткәндәргә был көндө рәхмәт белдерелде.
Ключевой ауылында йәшәүсе Фәймә Бикбаева ейәненең шиғырын уҡып ишеттерҙе. Шиғырҙың береһе авторҙың 1965 йылда шишмә башында ҡарағайҙар ултыртҡан ҡарт олатаһына арналды. Был урман хәҙер шишмәне ҡороуҙан һаҡлап тора. Сығыш һуңында ул йәштәрҙе тыуған ерҙәрен онотмаҫҡа, йышыраҡ ҡайтып йөрөргә, бушап ҡалған тыуған йорттарын тәрбиәләп, үләндәрен сабып тоторға саҡырҙы.
Любовь Ватолина, Гөлнур Ризванова, мәктәп уҡыусылары, “Ынйы” фольклор ансамбле, Абдулла ауыл биләмәһе мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре сағыу һәм бай концерт программаһы менән байрам кәйефе булдырҙылар. Наташа Заводова ауыл тарихы менән таныштырҙы, ә Рәмзиә Сәғҙәтова ауыл шишмәләре менән бәйле ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырҙы.
Халыҡ та, ҡунаҡтар ҙа был башҡарылған эштән бик ҡәнәғәт ҡалды. Сағыу төҫ алған шишмә хәҙер күптәр өсөн матур ял урынына әйләнер тигән өмөттә ҡалабыҙ.