Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Сентябрь 2020, 12:35

Әжекәйҙәр тарихы менән ғорурлана!

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Әжекәйҙә үҙенсәлекле ваҡиға булды – ауылдың нигеҙләнеүенә 300 йыл айҡанлы стела асылды.

Оло быуын кешеләре әйтеүенсә, ауылдың барлыҡҡа килеү ваҡытын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Архив документтары буйынса, ул XVII быуат һуңында теркәлгән, тип фаразлана. Риүәйәт буйынса, ауылға нигеҙҙе Әдигәй исемле ҡошсо ырыуы кешеһе һалған, ауылдың исеме шунан килеп сыҡҡан.
Әжекәй ауылы тарихи ваҡиғаларға бай. Ата-бабалар ҡалдырған тарих менән ауыл халҡы ғорурлана, уны һаҡларға тырыша.
Тап ошо маҡсат менән әжекәйҙәр ауылға нигеҙ һалыусыларға һәйкәл ҡуйҙы. Скульптор Фәнил Ғәтиәтуллин, баҫыуҙа ятҡан таштарҙы күреп, башында буласаҡ һәйкәлдең һүрәтен һыҙғыслай. Фекерҙәше Рәүеф Әфләтунов менән кәңәшләшеп, килгән ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итһен һәм ауылды биҙәп торһон өсөн һәйкәлде ауылға ингән ергә ҡуйырға килешәләр.
Ҡанаттарын йәйгән бөркөт һыны азатлыҡты сағылдыра. Фәнил Ғабдулла улы ҡош скульптураһын тимерҙән иретеп йәбештерә. Конструкция ныҡ торһон өсөн таштар махсус арматура менән ергә ҡағылған.
Стела Әжекәй ауылы халҡы йыйған аҡсаға эшләнә, шулай уҡ ситтә йәшәгән, үҙҙәрен Әдигәй ырыуы тоҡомо тип иҫәпләгән ауылдаштары – Евгений Ихъяев, Зөфәр Ихъяев, Рәүеф Әфләтунов ярҙам итә.
Ауыл биләмәһе башлығы Альберт Ғилметдинов стеланы төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан Зөфәр Әсбәпов, Фәнил Ғәтиәтуллин, Ғәзинур Ғәлимов, Дамил Әхмәтшин, Марсель Ризуанов һәм Наил Кинйәбаевтарға грамоталар тапшырҙы.
Тантананы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле концерт номерҙары менән биҙәне. Байрамға килгән ауылдаштар, ҡунаҡтар күңеленә “Йәйғор” бейеү коллективы һәм “Рәйхан” вокал ансамбле сығышы бик тә хуш килде.
Байрамға йәм өҫтәп, стела янына башҡорт тирмәһе, башҡорттатар милли аҙыҡтарынан һығылып торған өҫтәл ҡуйылған ине. Ҡыҙыл эремсек –“әжекәй” өҫтәлдә айырым урын биләне, сөнки уның атамаһы ла ауыл исеменә тап килә. Легенда буйынса был аҙыҡ төрөн иң беренсе булып нәҡ Әжекәй ауылы хужабикәләре етештерергә өйрәнгән.