Конкурстар
14 Сентября 2020, 08:00

Иң һылыу студент – Диана Закирова

Август аҙағында Мәсетле районында студенттар араһында “Һылыуҡай-2020” конкурсы – матурлыҡ, һомғоллоҡ һәм нәфислек бәйгеһе иғлан ителде.

Конкурс Мәсетле районында үҫмер-ҙәр һәм йәштәр менән эшләү буйынса комплекслы программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте. Уны район мәҙәниәт йорто, йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары менән берлектә район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, Йәштәр үҙәге ойошторҙо. Конкурсанттарҙы бәйгегә әҙерләүҙә “Bella Donna” матурлыҡ салоны бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.
Бәйге һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм ярҙам итеү, студенттар ижадын популярлаштырыу, рухи-мәҙәни һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү, студенттар үҙидараһын үҫтереү маҡсатында уҙғарыла.
Мәсетле районынан ете студент “Һылыуҡай”ҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе. Уларҙың һәр береһе стиле, ҡарашы, ижадҡа мөнәсәбәте һәм һәләте менән айырылып торҙо.
Конкурс ике этаптан торҙо: кастинг һәм финал. Икенсе этапта ҡатнашыу- сылар тамашасыға үҙҙәренең визит карточкаһын тәҡдим итте: ижади һәм хореографик һәләтен, күлдәктәрҙә дефиле күрһәтте.
Ҡыҙҙарҙың һәр сығышын компетентлы жюри – Йәштәр үҙәге директоры Лилиә Орлова, “Ихлас” вокал ансамбле етәксеһе Илзида Сөнәғәтова, “Каблучок” бейеү коллективы етәксеһе Зилиә Йосопова һәм район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев күҙәтеп барҙы.
Конкурс йомғаҡтары түбәндәгесә бүленде: “Һоҡланғыс һылыуҡай” тип Диана Мәхмутова билдәләнде, “Алсаҡ һылыуҡай” – Динә Вәлитова, “Нәфис һылыуҡай” – Анна Ракова, “Үҙенсәлекле һылыуҡай” – Эльмира Муллабаева, “Сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусы һылыуҡай” – Сабина Гусейнова, “Тамашасы күңелен яулаусы һылыу-ҡай” – Алена Хәйбуллина.
Студенттар араһында “Һылыуҡай-2020” бәйгеһенең абсолют еңеүсеһе исеменә Диана Закирова (фотола уңдан өсөнсө) лайыҡ булды.