Сараларҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Әхмәтшин һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова ҡатнашты.
Йонос ауылында “Урамдар байрамы” ойошторолдо. Уға Мәктәп, Йәштәр, Хәйерзаманов, Мәжит Ғафури урамдары халҡы ҡушылды. Йоностар һәр эште бергәләп башҡарырға өйрәнгән, шуға күрә был юлы ла байрам дан килеп сыҡты. Башҡорт халҡына ғына хас аш-һыу ҡуйылған ҙур табын, оҫта ҡуллыларҙың эштәренән торған күргәҙмә әҙерләнгән ине.
Шағирә Гөлсирә Шафиҡова сараға йыйылыусыларға үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ауылдың мәҙәниәт йорто артистары, ауыл биләмәһенең “Ағинәйҙәр” ҡоро һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары әҙерләгән сығыштар ҙа көслө алҡыштарға күмелде.
Шундай уҡ сара Юлай ауылында ла үтте. Байрам концертынан, һый-хөрмәттән һәм күргәҙмәнән тыш, бында ҡунаҡтарҙы ауылдың тарихы менән таныштырҙылар, ауылдан сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында һөйләнеләр. Бөгөн тыуған ерендә хеҙмәт иткәндәргә лә хөрмәт күрһәттеләр. Артабан “Мир-ҡорбан” йолаһы үткәрелде, барыһын да усаҡта әҙерләнгән былау менән һыйланылар.
Ясин ауылында сара “Атай-олатайҙар рухы риза булһын, риза булһын тыуған тупрағым” исеме аҫтында үтте. Байрам алдынан, ауыл халҡы төбәгенең тышҡы йөҙөн хәстәрләп, урамдарҙы таҙартыу буйынса өмә ойошторған. Улар концерт, тиҙлеккә, сослоҡҡа балалар һәм өлкәндәр өсөн мауыҡтырғыс уйындар, оҫталыҡ дәрестәре кеүек сараларҙы үҙ эсенә алған йөкмәткеле байрам программаһын әҙерләгән.
Сараға йыйылыусылар милли ашамлыҡтарҙы тәмләп ҡараны, ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарап һоҡланды, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға өндәгән стендтар менән танышты. Ясиндар үткәргән байрамдың үҙенә генә хас үҙенсәлеге булып милли уйындар торҙо: ауыл халҡы “Ауыҙға ҡалаҡҡа һалынған йомортҡа ҡабып йүгереү”, “Тоҡ менән йүгереү”, “Көршәк ватыу” кеүек халҡыбыҙҙың милли ярыштарында ихлас ҡатнашып, рәхәтләнеп күңел асты. Ҡыҙ һәм егеттәр ҡумыҙҙа уйнау серҙәре менән ҡыҙыҡһынды.
Һөләймән ауылында Тыныслыҡ һәм Яңы урамдары халҡы ҡатнашлығында “Һөләймәндәр-һөнәрмәндәр” байрамы үтте. Элек-электән был урамдар үҙҙәренең оҫта ҡуллы кешеләре менән дан тота. Ҡайһы берҙәре малсылыҡ, умартасылыҡ, ағас эше буйынса шәхси эшҡыуар булараҡ та теркәлгән. Бындай эшһөйәр кешеләрҙең байрамдары ла дан килеп сыҡты: табын бауырһаҡ, ҡымыҙ һәм тәмле ҡоймаҡтан һығылып торҙо, күргәҙмәгә ҡул эштәре һәм гөлләмәләр ҡуйылған ине.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Фәйрүзә Дусмөхәмәтова урамдар тарихы менән таныштырҙы, унда йәшәүсе кешеләр тураһында һөйләне.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткән саралар ауыл халҡының берҙәмлеген, заманса йәшәргә, рухын нығытыуға ынтылыуын тағы бер тапҡыр раҫлай. Сөнки ошондай татыу, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер ауылдаштарҙы тағы ҡайҙа күрәһең!?
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Айыҡ ауыл” конкурсы республикала 2011 йылдан үткәрелә. 2019 йылда Бөтә донъя баш-ҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән тергеҙелә. Уның маҡсаты – ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәьҫиренән һаҡлау.
Быйыл конкурс шарттарына үҙгәрештәр индерелде. Приз фонды ун тап-ҡырға арттырылды, проект географияһы киңәйтелде. Район этабы саралары 30 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Республика этабы 1 декабрҙә старт ала һәм 2021 йылдың 25 февралендә тамамланасаҡ.