Конкурс Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм “Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең һөнәри берлеге” йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған.
Бындай саралар республикалағы иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен асыҡлауға, конкурста ҡатнашыусыларҙың алдынғы тәжрибәһен таратыуға булышлыҡ итә, эш биреүселәрҙең иғтибарын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында мәшғүл хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт сифатын яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр менән тәьмин итеү кәрәклегенә йүнәлтә.
Был сарала Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре – ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары операторы, слесарь-сантехник, электр монтажлаусы-көйләүсе, электр-газ менән иретеп йәбештереүселәр ҡатнашты.
Мәсетле районы исеменән төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеше тәьмин итеү буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Ҡәләмов, “Тепловик” йәмғиәте директоры Алмаз Хәйретдинов, иретеп йәбештереүсе Ратмир Кулов, слесарь-сантехник Хәлимулла Хөснөтдинов, электрик Дмитрий Хәкимов һәм механизатор Илшат Ғәниев сығыш яһаны һәм, өсөнсө урын алып, районыбыҙҙың данын арттырҙы.